Рукавишников Виктор Степанович
Рукавишников Виктор Степанович (1949 йылдың 6 авгусы, Хомутово[d], Иркутск өлкәһе — 2025 йылдың 23 октябре, Ангарск, Иркутск өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, хеҙмәт медицинаһы өлкәһендәге белгес, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
Виктор Степанович Рукавишников 1949 йылдың 6 авгусында Иркутск өлкәһенең Хомутово ауылында тыуған.
1973 йылда Иркутск дәүләт медицина институтын тамамлай, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ангара Хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ебәрелә, унда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып бүлек етәксеһенә һәм директорға тиклем юл үтә (1992 йылдан алып).
2000 — 2005 йылдарҙа — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Себер бүлеге Көнсығыш-Себер кеше экологияһы ғилми үҙәге директорының фән буйынса урынбаҫары, Кеше экологияһы һәм хеҙмәте медицинаһы ғилми тикшеренеү институты Себер бүлеге Көнсығыш-Себер кеше экологияһы Ангара филиалы директоры.
1985 йылда «Гигиеническая оценка условий труда при ионообменной технологии извлечения золота» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1999 йылда — «Медицина труда на золотоизвлекательных фабриках» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2003 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Хеҙмәт медицинаһы өлкәһендә белгес, башлыса тау рудаһы сәнәғәтендә.
Ҡиммәтле металдарҙы ҡаҙыу һәм сығарыу буйынса предприятиеларҙа профессиональ ауырыуҙар һәм хеҙмәт шарттарын булдырыуҙың төп законлыҡтарын тикшереүҙе үткәрә.
Уның ҡатнашлығында вибрация ауырыуының һәм профессиональ генездың нейросенсор ҡолаҡҡа ҡатылыҡтың яңы диагностика алымдары төҙөлә һәм патенттар менән яҡлана.
Уның етәкселегендә 7 доктор һәм 11 фән кандидаты әҙерләнә.
300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монографияһы бар,10 уйлап табыуҙың авторҙашы.
2025 йылдың 23 октябрендә вафат булған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Иркутский государственный медицинский университет. irkgmu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16.01.2011 № 46. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.01.2003 № 79. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2019.
- ↑ Сегодня не стало Почётного гражданина Ангарского округа Виктора Степановича Рукавишникова. 24 октябрь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Профиль Виктора Степановича Рукавишникова РФА рәсми сайтында