2 сентябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Кокос көнө.
Беларусь:
- Белорус яҙмаһы көнө.
Вьетнам:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Маршалл Утрауҙары:
- Хеҙмәт көнө.
Днестр буйы республикаһы:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Гвардия көнө.
- Полицияның Патруль-пост хеҙмәте көнө.
- Хөкүм башҡарыу системаһының психологик хеҙмәте көнө.
Танзания:
- Инженерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1794 йыл: Одесса ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1913 йыл: Киевта Беренсе Бөтә Рәсәй спорт олимпиадаһы башлана.
тулы исемлек
- 1941 йыл: Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге концерт залы асыла.
- 1945 йыл: Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1945 йыл: Вьетнам Демократик Республикаһы төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1962 йыл: Новосибирск ҡалаһында халыҡ һаны 1 миллионға етә.
- 1969 йыл: Интернеттың «тыуған көндәренең» береһе: Калифорния университеты лабораторияһында ике компьютер араһында уңышлы мәғлүмәт алмашыу үткәрелә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кашапов Иван Ибраһим улы (Уршат Кашафетдин улы; 1915—12.03.2005), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының миномёт ротаһы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡолай ауылынан.
- Зәйнетдинов Разаитдин Мәхмүтдин улы (1935), механизатор. 1953—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоз тракторсыһы. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Шамил Хәмәҙинуров (1950—14.11.2014), йырсы, 1978—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
- Дмитриева Фәнүҙә Ғата ҡыҙы (1960), юрист, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1977 йылдан Краснокама районы халыҡты социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәре, 1998 йылдан Рәсәй Пенсия фондының Краснокама районы идаралығы начальнигы, 2006—2015 йылдарҙа Краснокама районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2011). Сығышы менән ошо райондан.
- Мельникова Ирина Эдуардовна (1970), педагог, музыкант, 1992—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Өфөләге Урта махсус музыка колледжының аккордеон класы уҡытыусыһы, 2013 йылдан — колледж директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (1911—12.1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналист һәм шағир. 1929 йылдан — «Керпе» (хәҙерге «Аманат») журналының, 1930 йылдан — «Йәш төҙөүсе» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең, 1931 йылдан «Ленинсе» (хәҙерге «Йәшлек») гәзитенең баш мөхәррире; 1938—1940 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Худякова Лариса Петровна (1946), физик-химик-ғалим. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975 йылдан өлкән инженер, 1982 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002 йылдан химик һынау лабораторияһы начальнигы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
тулы исемлек
- Гәрәева Наталия Борисовна (1956), төҙөүсе-инженер-ғалим. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2005). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан. Профессор Борис Гончаровтың ҡыҙы.
- Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы (1966), журналист. 1995 йылдан хәҙерге Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2018) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Тюленева (Филатова) Любовь Андреевна (1927—29.06.2016), педагог. 1962—1983 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 39-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), СССР-ҙың мәғариф (1975), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин ордены кавалеры (1978).
- Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (1927—29.10.1971), бейеүсе. 1956—1971 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).
тулы исемлек
- Иҙрисов Шәһивилдан Вилдан улы (1937—2020), партия органдары һәм газ тармағы хеҙмәткәре, шағир. Ейәнсура районы газ хеҙмәтенең элекке начальнигы. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы. Сығышы менән ошо райондың Ҡарабәрҙе ауылынан.
- Косткевич Юдий Эдуардович (1947—13.07.2015), бейеүсе. 1970—1990 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, педагог-репетиторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Һөйәрғолов Мансур Таштимер улы (1947), агроном, спортсы һәм тренер. Стәрлебаш районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы. Милли көрәш һәм гер күтәреү буйынса тренер. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Гер күтәреү буйынса Гиннесстың рекордтар китабына индерелеүсе. Сығышы менән ошо райондан.
- Чадченко Андрей Васильевич (1947), тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1989). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1996—2007 йылдарҙағы баш геологы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Урал тау премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Ингуш Республикаһы Назран районының Нартов ауылынан.
- Ғимаев Ирек Фәрит улы (1957), спортсы, хоккейсы, тренер, дәүләт хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Салауат Юлаев», 1979 йылдан ЦСКА хоккей командалары уйынсыһы. 2001—2003 йылдарҙа ЦСКА хоккей клубының өлкән тренеры. 2006 йылдан Калининград өлкәһе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2010 йылда — өлкәнең Спорт буйынса агентлыҡ етәксеһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), шайбалы хоккей буйынса: СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры 1982); донъя (1979, 1982, 1983), Европа (1979, 1982, 1983) һәм Советтар Союзы (1980—1987) чемпионы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (1957), рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2009) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дауытов Искәндәр Садиҡ улы (1923—26.09.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец. Башҡорт атлы дивизияһы пулеметсыһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһенең Исилкүл ҡалаһынан.
- Фазлыев Шакир Фазлый улы (1923 — 16.05.1992), дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1967, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Грибков Михаил Петрович (1909—14.01.1964), СССР-ҙың партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Хизбуллин Ғифат Әдиәт улы (1929—15.11.1993), уҡытыусы. 1964—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Әйүпов Риф Сәлих улы (1939—28.01.2015), тарихсы-ғалим, мәғариф һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1972 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Авершина Людмила Васильевна (1954), цирк артисы. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт циркы артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Янбарисов Валерий Марс улы (1954), физик‑химик-ғалим. 2005 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтының кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1906 йыл: Александр Казанцев, СССР-ҙың фантаст-яҙыусыһы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1908 йыл: Валентин Глушко, СССР-ҙың ракета-космик техникаһы, шул иҫәптән «Энергия-Буран» комплексы конструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты.
тулы исемлек
- 1920 йыл: Иван Михайличенко, СССР-ҙың 1-се класлы хәрби осоусыһы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1926 йыл: Евгений Леонов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1978) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1976).
- 1930 йыл: Андрей Петров, СССР һәм Рәсәй композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1935 йыл: Валентин Гафт, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1944 йыл: Александр Филиппе́нко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (2000).
- 1945 йыл: Михаил Вишняков, СССР һәм Рәсәй шағиры.
- 1945 йыл: Ирина Пече́рникова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1988).
- 1953 йыл: Елена Про́клова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).
- 1965 йыл: Леннокс Льюис, Британия һәм Канаданың профессионал боксёры, донъяның абсолют чемпионы (1999).
- 1990 йыл: Николай Иов, Днестр буйы Молдова Республикаһы спортсыһы, ауыр атлет, пауэрлифтер буйынса күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
- 1902 йыл: Ҡәйүм Насыри, татар мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы.
- 1968 йыл: Баязит Бикбай, башҡорт шағиры, прозаик, драматург, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969).
тулы исемлек
- 1969 йыл: Хо Ши Мин, 1951—1969 йылдарҙа Вьетнам президенты, философ-марксист, шағир.
- 1970 йыл: Василий Сухомлинский, СССР-ҙың педагог-новаторы, яҙыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
- 1999 йыл: Әнғәм Атнабаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.