Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы

Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы, Шамил Хәмәҙинуров (рус. Хамадинуров Шамиль Шарифьянович, Шамиль Хамадинуров; 1950 йылдың 2 сентябре, Иштебай ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2014 йылдың 14 ноябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй башҡорт йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).

Биографияһы

Ш. Ш. Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған[1].

1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (М. Ғ. Мортазина класы) тамамлаған. 1978 йылдан 2008 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы (солисты) булып эшләгән. Бай тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә булған, башҡарыу манераһы тәьҫирлелек һәм асыҡ интонация менән айырылып торған[1].

1992 йылда Башҡорт филармонияһының «Ихлас» эстрада төркөмөн төҙөү инициаторы һәм ойоштороусы, уның тәүге етәксеһе булған. Коллектив Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала билдәлелек яулаған[1].

Ш. Ш. Хәмәҙинуров йырҙарын күп телдәрҙә башҡарған: башҡорт, татар, мари, мордва, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәрҙә. Репертуарында башҡорт («Мәҙинәкәй», «Уйыл», «Хәтирә», «Юлғотло» һ.б.), татар («Мөкәрәмә», «Һыу буйлап», «Шахта» һ.б.) халыҡ йырҙары, шулай уҡ композиторҙар Р. Х. Ғәзизов, Н. Ғәлиев, Ф. Ғ. Ғәсәҡирова, Н. Ә. Дауытов, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. М. Хәсәнов, Д. Д. Хәсәншин һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре булған[1].

СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған.

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң 2014 йылдың 14 ноябрендә Өфөлә вафат булған[2]. Тыуған яғында — Иштебай ауылында ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

Тормош иптәше — йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Гөлназ М. Кәрим исемендәге Йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй, Гөлсәсәк — Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актрисаһы.

Хәтер

Мишкә район мәҙәниәт һарайы бинаһына йырсыға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  2. Его песни до сих пор звучат в сердцах людей (К 65-летию со дня рождения певца Шамиля Хамадинурова). ИА «Башинформ» (2 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.