Хизбуллин Ғифат Әдиәт улы
Хизбуллин Ғифат Әдиәт улы (2 сентябрь 1929 йыл — 15 ноябрь 1993 йыл) — уҡытыусы. 1964—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
Ғифат Әдиәт улы Хизбуллин 1929 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Оло Ҡыҙылбай[1] ауылында тыуған.
1948 йылда Оло Аҡа урта мәктәбен, 1952 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлай.
1969 йылда ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай.
1952 йылдан Оло Ҡыҙылбай мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса мөдир, 1964—1986 йылдарҙа шул уҡ мәктәптең директоры булып эшләй.
1993 йылдың 15 ноябрендә Оло Ҡыҙылбай ауылында вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы
Сығанаҡтар
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9