Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы
Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (рус. Shamsutdinov.jpg; 1927 йылдың 2 сентябре, Рәсмәкәй, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 1971 йылдың 30 авгусы, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953).
Биографияһы
1927 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантонының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Рәсмәкәй ауылында тыуған[1][2].
Хеҙмәт юлын 1943 йылда Башҡорт опера һәм балет театрының сәхнә яҡтыртыусыһы булып башлай.
Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. 1944—1955 йылдарҙа артист-бейеүсе булып эшләй, героик-романтик, лирик, юмористик бейеүҙәр башҡара.
1946—1951 йылдарҙа, ансамблгә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров булмаған осорҙа, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (хәҙер — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле) художество етәксеһе бурыстарын үтәй[1][2]. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). 1956—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй[1].
1971 йылдың 29 октябрендә Өфөлә вафат була[1].
Ижады
Бейеүенә драматик образлылыҡ, экспрессия, юғары техника хас була, башҡарған бейеүҙәрендә музыкаллек һәм сағыулыҡ күҙәтелә. Үҙенсәлекле һәм гротеск бейеүсе «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Өс туған», «Һунарсы» (ул уҡ «Перовский»), «Һыу буйында осрашыу», «Шыма баҫ» һәм башҡа бейеүҙәрҙе һәм уларҙағы партияларҙы башҡарыуы менән тамашасылар хәтерендә ҡала[1][2].
«Бесәнселәр», «Еҙнәкәй», «Хат ташыусы» бейеүҙәрен ҡуя[1].
Ғаиләһе
Улы — Нур Мөхәмәт улы, бейеүсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы. Килене — Римма Шәмсетдинова, бейеүсе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989), БР-ҙың халыҡ артисы (1994). Ейәнсәре — Диана Родионова-Шәмсетдинова, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949);
- Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953)[1][2]/
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Шамсутдинов Мухамет Мухарямович. Энциклопедия Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 95 лет Мухамету Шамсутдинову. Ансамбль народного танца имени Файзи Гаскарова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ 95 лет Мухамету Шамсутдинову. gaskarov-ensemble.ru (9 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- З. И. Кудашева. Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Хайруллин Р. Х. Башкирский государственный ансамбль народного танца. — Уфа, 1966.
- Докучаева А. А. Немеркнущая слава огненных джигитов // Созвездие талантов. — Уфа, 2009.