Кашапов Иван Ибраһим улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вафат булған көнө 12 март 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (89 йәш)
Һуғыш/алыш
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 2 сентябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Кашапов Иван Ибраһим улы (2 сентябрь 1915 йыл — 12 март 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, миномет взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Ибраһим улы (Уршат Кашафетдин улы) Кашапов 1915 йылдың 2 сентябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ҡолай (элекке атамаһы Ҡолай-Алтынбай) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Колхозда эшләй.

1939 йылда Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафтарына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башында 39-сы айырым танк бригадаһында танк механик-водителе булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың июленән 1943 йылдың апреленә тиклем Урта Азия хәрби округының Ашхабад хәрби пехота училищеһында уҡый, уны тамамлағас, хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә.

1943 йылдың апреленән алып 193-сө тау-уҡсылар полкында миномет взводы командиры вазифаһында һуғыша. 1944 йылдың октябренән 1945 йылдың майына тиклем — 103-сө уҡсылар полкының миномет ротаһы командиры. Кавказды обороналау яуында Уршат Кашапов ҡаты яралана һәм госпиталгә ингәндә уның ҡыҙылармеец кенәгәһендә исеме ҡан менән ҡаплаған була. Шуға ла уны Иван тип теркәйҙәр. Аҙаҡ ул ғүмере буйы ошо урыҫ исемен йөрөтөргө ҡарар итә.

Госпиталдән һуң Иван Кашапов Украина фронтында минометсылар взводы командиры була, ә Германияны Еңеү көнөн 1-се Балтиҡ буйы фронтында ҡаршылай. Һуғыштан һуң минометсы демобилизациялана. Үзбәкстанға китә һәм ҡырҡ йылдан ашыу шунда йәшәй һәм эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветеран тыуған төбәгенә ҡайта.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, 2005 йылдың 12 мартында 90-сы йәшендә вафат була. Тыуған яғында — Борай районының Ҡолай ауылы зыяратына ерләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлыҡғы өсөн Кашапов Иван Ибраһим улы 1-се[2] һәм 2-се[3] дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләнләнә. 2005 йылдың 22 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө байрамы алдынан, Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты һуғыш ҡаһарманына «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалын тапшыра.

2005 йылдың 25 ноябрендә Өфө ҡалаһында Шота Руставели урамындағы И. И. Кашапов йәшәгән 26-сы йорт фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]