Ғимаев Ирек Фәрит улы
Ирек Фәрит улы Ғимаев (рус. Гимаев Ирек Фаритович; 1957 йылдың 2 сентябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР хоккейсыһы һәм тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1982).
Биографияһы
Ирек Фәрит улы Ғимаев 1957 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылында тыуған.
Өфө нефть институтын тамамлаған (1985). «Салауат Юлаев» СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Марат Азаматов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1974—79), ЦСКА (1979—87) командаларында уйнай. 1987—91 йй. — Япония, 1991—92 йй. Словения клубтары өсөн сығыш яһай.
2001-2002 йылдарҙа-ЦСКА ПХК-ның баш тренеры. Һуңынан ЦСКА мәктәбендә тренер булып эшләй.
2006 йылдың ғинуарынан Калининград өлкәһе хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
2010 йылдың мартында Калининград өлкәһе Спорт Агентлығының министр-етәксеһе (директоры) итеп тәғәйенләнә[1]. 2010 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән отставкаға китә[2].
Әлеге ваҡытта Төнгө хоккей лигаһының төньяҡ-Көнбайыш конференцияһы идараһы ағзаһы һәм кураторы булып тора, һәүәҫкәр хоккейҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Ҡаҙаныштары
Донъя (1979, 1982—83), Европа (1979, 1982—83, 1985), СССР (1980—87) чемпионаттары, Европа (1979—86), Швеция (1980), Канада (1981), Париж (1984) чемпионаттары Кубогын яулаусы. «Известия» («Хәбәрҙәр»; 1981, 1984), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1977—78), «Руде право» («Ҡыҙыл хоҡуҡ»; Чехословакия, 1983—84) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионаты (1977). Үҫмерҙәр араһында Европа (1976) һәм СССР (1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—85). 2000—03 йй. ЦСКА‑ла тренерлыҡ эшендә;
Карьера
- 1976—1979
Салауат Юлаев - 1979—1987
ЦСКА - 1987—1991
Одзи Сейси - 1991—1992
Олимпия (Любляна)
Спорт ҡаҙаныштары
Ғаиләһе
Хоккейсы Ринат Ғимаевтың ағаһы.
Өйләнгән, өлкән улдары Марат профессиональ рәүештә баль бейеүҙәре менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Алина Басюк менән парҙа өс тапҡыр донъя чемпионы (2017 йылда ярыш карьераһын тамамлаған)[3]. Һуңғы йылдарҙа Пар Нью-Йоркта йәшәй, педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Кесе улдары Тимур (2018 йылдың уртаһына) Мәскәүҙең Төньяҡ-Көнбайыш округы беренселегенә футбол буйынса һәүәҫкәр лигала уйнай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн " миҙалы (07.06.1979);
- «Почет Билдәһе " Ордены (18.05.1982);
- Ватан хоккейының дан залы ағзаһы (17.12.2022);
- Ирек Ғимаев исемле 18-се байраҡ «Өфө-Арена» көмбәҙенә күтәрелгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В правительстве Калининградской области произошли перестановки(недоступная ссылка)
- ↑ Николай Цуканов избавляется от команды предшественника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2011. Архивировано 5 декабрь 2011 года.
- ↑ Марат Гимаев и Алина Басюк объявили о завершении конкурсной карьеры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2018. Архивировано 5 май 2018 года.
- ↑ Гимаев Ирек Фаритович. Ночная хоккейная лига. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
