Юрина Гөлнара Рауфан ҡыҙы

Гөлнара Рауфан ҡыҙы Юрина (рус. Гульнара Рауфановна Юрина, ҡыҙ фамилияһы — Хәлиуллина; 1980 йылдың 24 декабре, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең мәҙәни-күмәк саралар ойоштороусыһы һәм режиссёры, эшҡыуар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының «Мәҙәни программалар дирекцияһы»н ойоштороусы. Бөтә донъя фольклориадаһы һәм WorldSkills Russia милли чемпионаты кеүек халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика проекттарын әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашыусы.

Биографияһы

1980 йылдың 24 декабрендә Асҡын районында тыуған[1]. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлаған, һуңынан икенсе юғары белемде Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында «режиссёр» һөнәре буйынса алған.

Ижади эшмәкәрлеге студент йылдарында башлана: КВН-да (рус.)баш. уйнай, «Йәшлек» музыкаль төркөмөндә сығыш яһай, университетта концерттар алып бара. Бер нисә йыл рәттән БДАУ-ҙың «Студент яҙы» фестивалендә еңеүсе һәм иң яҡшы алып барыусы була. Ҡыҫҡа ваҡыт баш бухгалтер булып эшләгәндән һуң, мәҙәниәт өлкәһенә кире ҡайта һәм «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары була[2][3].

Карьераһы

Юрина — Башҡортостан һәм Рәсәйҙәге эре мәҙәни саралар режиссёры. Проекттары араһында — «Йәшлек-шоу. Перезагрузка» бөтә Рәсәй башҡорт йыры фестивале, Бөтә донъя фольклориадаһы саралары, WorldSkills Russia чемпионатының мәҙәни программалары, федераль артистар концерттары. Рөстәм Ғизәтуллин, Лина Арифуллина, Элвин Грей һәм башҡа артисттар менән хеҙмәттәшлек иткән[3].

Заһир Зәйнетдинов менән бергә Башҡортостан Республикаһының «Мәҙәни программалар дирекцияһы»н ойоштороусыларҙың береһе. Юрина саралар үткәреү буйынса эре дәүләт контракттары алыусы.

Шәхси тормошо

Михаил Юрин менән никахта. Ғаиләлә дүрт бала: ҡыҙҙары Полина һәм Кристина, игеҙәк улдары Демид һәм Владислав. Музыка менән ҡыҙыҡһына, фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен тамамлаған, спорттың командалы төрҙәрен, сәйәхәттәрҙе һәм әүҙем ялды ярата[3].

Суд эше

2025 йылдың 15 авгусында Өфөнөң Совет районы суды Юринаны айырыуса ҙур күләмдә бюджет аҡсаларын урлауҙа (РФ Енәйәт кодексы, 160-се статья, 4-се өлөш) ғәйепләп, ҡулға алды. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, ул «Башҡортостан» концерт залы директоры Вильдан Яруллин менән бергә «Время героев» конкурсына (рус.)баш. майҙан әҙерләү өсөн бүленгән 33,6 млн һум аҡсаны сметаны артыҡ күрһәтеп үҙләштергән. 2024 йылдың июненә Юрина Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары менән дөйөм суммаһы 126 млн һумдан ашыу булған кәм тигәндә 74 контракт төҙөгән[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Асҡын ҡыҙы Гөлнара Юрина — «Көмөш Аҡбуҙат»тың баш режиссеры (башҡ.). Йәнтөйәк гәзите (20 fвгуст 2019).
  2. Гульнара Юрина (Халиуллина). AllNemesInfo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
  3. 1 2 3 Гульнара Юрина: Быть режиссером без состояния влюбленности невозможно. Молодёжная газета Республики Башкортостан (6 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
  4. Наталья Балыкова. В управлении СКР и МВД по Башкирии прокомментировали задержание Гульнары Юриной. Коммерсантъ (15 авгута 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.

Һылтанмалар

  • О нас. Автономная некоммерческая организация культуры «Дирекция культурных программ Республики Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.