Рушанна Бабич

Бабич Рушанна Юрий ҡыҙы (рус. Бабич Рушанна Юрьевна; 1975 йылдың 17 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй театр һәм кино актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) һәм атҡаҙанған артисы (2009). 2004 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018—2023).

Биографияһы

1975 йылдың 17 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1995 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. В. Исрафилов курсы)[1][2], 2000 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын (В. И. Скорик курсы) тамамлай[1].

1995 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй[1][3].

2018—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2024 йылда Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе була (рус.)баш..

Ижады

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә иркен һөйләшкән лирик-драматик пландағы актриса[1]. Театрҙа 50-нән ашыу роль башҡарған[4].

Театрҙа ролдәре

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

  • Рәйлә — «Ул ҡайтты», Ә. Атнабай (1995);
  • Виола — «Ун икенсе төн», У. Шекспир (1995).

Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры

  • Камилла — «Мөхәббәт менән шаярмайҙар», А. де Мюссе (1995);
  • Ану — «Салауат», М. Кәрим (1995);
  • Ҡар батшабикәһе — «Ҡар батшабикә», Е. Шварц (1995);
  • Нина Заречная — «Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов (1996);
  • Ева — «Ватылған ҡомған», Г. фон Клейст (1997);
  • Клариче — «Өс әфлисунға мөхәббәт», К. Гоцци (1997);
  • Йәнбикә, Убырлы — «Эшкә шайтан ҡаҙаҡһа…», Т. Миңнуллин (1997);
  • Люсиль — «Яртаҡыл Журден», М. А. Булгаков (1998);
  • Гөлдәр — «Ҡыңғырау сәскә», Н. Асанбаев (1998);
  • Кинйәбикә — «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға», Н. Ғәйетбай (1998);
  • Маһибәҙәр — «Ҡыҙ урлау», М. Кәрим (1999);
  • Баныу — «Шәүрә», М. Буранғолов (2000);
  • Актриса — «Бүләк», Р. Эрдуран (2000);
  • Рәмилә — «Ҡыңғырау сәскә», Н. Асанбаев (2000);
  • Гөлнур — «Яҡын-алыҫ…», И. Әлмөхәмәтов (2001);
  • Хәкимә — «Студенттар», Н. Ғәйетбаев (2001);
  • Настасья Филипповна — «Идиот», Ф. М. Достоевский (2001) — Өфө сәнғәт институты спектакле;
  • Фатима — «Амазонкалар», С. Латыпов, Х. Латыпова (2003);
  • Роза — «Эх, егеттәр…», Б. Аппаев (2004);
  • Акушерка — «Лавина», Т. Джюдженоглу (2004);
  • Труда — «Слышен крик павлина», Ж. Ануй (2004);
  • Күл эйәһе — «Алтын балта», С. Сурина (2005);
  • Хазина — «Ғилмияза», Т. Х. Ғарипова (2005);
  • Пегин Майкл — «Герой», Д. Синг (2006);
  • Шуралина — «Мөхәббәтем минең», Т. Миңнуллин (2007);
  • Кәлбинур — «Йәләлетдин атай», М. Кәрим (2007);
  • Тамара — «Биш кис», А. М. Володин (2008);
  • Нина Васильевна — «Алты ҡыҙға бер кейәү», Т. Миңнуллин (2009);
  • Эльфа — «Люстра», И. Зәйниев (2009);
  • Людмила — «Тормоштоң ике яры», М. Кәрим (2009);
  • Синьора Капулетти — «Ромео һәм Джульетта», У. Шекспир (2010);
  • Цезония — «Калигула», А. Камю[1][2].

2026 йылда бенефисында У. Шекспирҙың «Антоний. Клеопатра» спектаклендә Клеопатра ролен башҡара[4][5].

Фильмографияһы

Йыл Исеме Роль
1996 ф Быяла пассажир Сара
2001 ф Ауыл өҫтөндө йәйғор Гөлдәр
2002 ф Сөмбөлдөң етенсе йәйе Фирҙәүес
2005 ф Оҙон-оҙаҡ бала саҡ Людмила
2008 ф Ел аулаусы Наташа
2011 ф Ун өсөнсө раунд Лиля (әсәй)
2016 ф Наган Василийҙың әсәһе
2018 ф Беренсе Республика Зәйтүнә Бикбулатова
2025 ф Лето. Город. Любовь Имя персонажа не указано

[1][2][6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

  • Әсәһе — Таңсулпан Бабичева, (1953), совет, Рәсәй театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.
  • Тормош иптәше — Булат Йосопов, (1973), Рәсәй режиссёры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссёрҙар Гильдияһы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (2020).
  • Улы — Дауыт[8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Рушанна Бабич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 3 Рушанна Бабич. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  3. Бабич Рушанна Юрьевна. Национальный молодежный театр им. Мустая Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  4. 1 2 Царица на сцене: бенефис Рушанны Бабич в роли Клеопатры прошел с аншлагом. Национальный молодежный театр им. Мустая Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  5. В Молодежном театре Башкирии покажут премьерный спектакль по Шекспиру. Аргументы и Факты (22 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  6. Рушанна Бабич. Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  7. Рушанна Бабич: «Очень важно, что искусство стало ценностью в государстве». Башинформ (9 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
  8. Даут Юсупов: «Здорово, когда папа – режиссер, а мама – актриса». mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.