Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы
Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.
Биографияһы
- Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева 1953 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында тыуған;
- 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай. Рафаэль Әйүпов курсында уҡый;
- 1974 — 2005 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй;
- 2005 — 2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының художество етәксеһе;
- 1984 йылдан — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы;
- 2001 йылдан — режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире.
Ролдәре
Театрҙа
- Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә»)
- Айһылыу (И. Абдуллин, «Айһылыуҙың айлы кистәре»)
- Илона Альгрен (Х. Вуолийоки, «Ят йондоҙ» — «Женщины Нискавуори»)
- Аҡйондоҙ, Мария Тереза (М. Кәрим — Р. Исрафилов «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Ярлыҡау»)
- Гөл (М. Садиҡова, «Бергенәм, гөлгөнәм»)
- Диләфрүз (Т.Миңнуллин, «Диләфрүзгә дүрт кейәү»)
- Ольга Прозорова (А. П. Чехов, «Апалы-һеңлеле өсәү»)
- Филумена Мартурано (Э. де Филиппо, «Илай белмәгән ҡатын»)
- Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, «Һәҙиә») һәм башҡалар.
Был персонаждарҙа һуңғы тиҫтә йылдарҙа башҡорт сәнғәтендә кешелеклек йүнәлешенең артабан үҫешенә туранан-тура бәйле булған принципиаль үҙгәрештәр сағылыш тапты.
Кинола
- «Визит» (ҡыҫҡа метажлы) — Режиссёры Булат Йосопов, 2013[1].
- «На заре туманной юности» — Режиссёры Василий Панин. Производство: РитмМосфильм, Асе-Видео, 1997[2].
- «Русский роман» / «Russian Romance» — режиссёры Владимир Македонский. Производство: Рәсәй, Словакия, Германия: Infafilm (Мюнхен) / WN Danubius Film (Братислава) / Экран (Останкино), 1993, 2 сериялы[3].
- «Алтын атлы һыбайлы» (Всадник на золотом коне): Гөлбикә — Режиссёры Василий Журавлёв, «Мосфильм» киностудияһы, 1980[4].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының идара ағзаһы[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1981).
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
- СССР халыҡтарының милли драматургияһы һәм театр сәнғәте буйынса IV Бөтә Рәсәй фестивале премияһы һәм дипломы (1982).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1991).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Азат Нәҙерғолов (1962—2023), совет, Рәсәй театр актёры, режиссёры, педагог. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1994) артисы.
- Ҡыҙы — Рушанна Бабич, (1975), Рәсәй артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) һәм атҡаҙанған (2009) артисы.
- Ҡыҙы — Рената Нәҙерғолова, актриса, хореограф[6].
Хеҙмәттәре
- Ғәмәл. Актёр оҫталығы мәктәбе. (1 синыф). — Өфө, 2001.
Актёр тураһында мәҡәләләр һәм уның менән әңгәмәләр
- Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[7].
- Романов В. Цель ее жизни – служение театру (К юбилею актрисы и театрального педагога Тансулпан Бабичевой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 15 май[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «КиноПоиск – Все фильмы планеты» сайты. Визит (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «На заре туманной юности». «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «Русский роман / Russian Romance». «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «Всадник на золотом коне». «Кино-Театр.ru» сайты (инг.)
- ↑ Союз женщин Республики Башкортостан Список члеов правления 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ https://shonkar.com/articles/culture/2024-05-15/rushanany-renatany-balalaryna-s-yem-yma-bula-aldym-tip-yt-almayym-3766138. shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 15 май (рус.)
Әҙәбиәт
- Саитов С. С. Тансулпан Бабичева. — Уфа, Китап, 1995.
Һылтанмалар
- Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылдыdate=2015-12-09. «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2015.
- Бабичева Таңсулпан. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайты 2015 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
- Актёры. Фильмография. Бабичева Тансулпан Догиевна. «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)