Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1945[1]
Рәсми сайт kazanconservatoire.ru
kazanconservatoire.ru/in…
Хөрмәтенә аталған Жиһанов Нәжип Ғаяз улы
Уҡыусылар һаны 700
Административ-территориаль берәмек Ҡазан ҡалаһы
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[2]
Уҡыусылар Алсу Файзуллина[d]

Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы (академияһы)Ҡазан ҡалаһындағы юғары музыкаль уҡыу йорто. Рәсәйҙәге һәм донъялағы иң алдынғы музыкаль юғары уҡыу йорттарының береһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылда асыла.[3]

Ҡазан дәүләт консерваторияһы Урал яны һәм Урта Волга буйы республикалары: Татарстан, Башҡортостан, Сыуашстан, Удмурт Республикаһы, Мордва Республикаһы, Марий Эл[4] өсөн юғары квалификациялы музыканттар (педагогтар, йырсылар, композиторҙар, музыка белгестәре) әҙерләү үҙәге булараҡ ойошторола.

Уның тәүге ректоры татар мәҙәниәтенең күренекле эшмәкәре, композитор Жиһанов Нәжип Ғаяз улы (1911—1988)[5] була. Ҡазан композиторҙар мәктәбе профессорҙар Г. Литинский, А. Леман, Н. Жиһанов етәкселегендә барлыҡҡа килә.

Консерватория 1990 йылда нәшриәт эшмәкәрлегенә хоҡуҡ ала һәм фәнни, уҡытыу-методик һәм нота баҫмалары сығара башлай; 1993 йылда юғары уҡыу йортонда опера студияһы асыла[5].

Консерватория базаһында даими рәүештә музыкант-башҡарыусыларҙың төрлө конкурстары үткәрелә.

Белем биреү программаһы 8 факультетта һәм 20 кафедрала тормошҡа ашырыла.

Ҡазан консерваторияһының аспирантураһы (уҡыу 3 йыл) һәм ассистентураһы — башҡарыу һөнәре өсөн стажировка (уҡыу 2 йыл) бар.

Шулай уҡ Ҡазан консерваторияһының корпустарының береһендә Н. Г. Жиһанов исемендәге урта махсус музыка мәктәбе урынлашҡан.

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Михаил Владимирович Казаков, опера йырсыһы, бас

Дмитрий Антонов, флейтасы

Фасиль Әхмәтов, композитор

Әнүәр Бакиров, композитор

Анатолий Беркович, опера йырсыһы

Рафаэль Билалов, пианиносы һәм композитор

Хәйҙәр Бигичев, опера йырсыһы

Эльфия Бурнашева, пианиносы, педагог

Хөснул Вәлиуллин, композитор

Вадим Венедиктов, дирижёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Васильев, Владимир Михайлович, дирижёр, педагог

Васильев, Владимир Михайлович, опера йырсыһы (бас), Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының өлкән уҡытыусыһы, Филармония музыкаль-әҙәби лекторийҙың художество етәксеһе, ТР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ғ. Туҡай исемендәге ТДФ һәм М. Йәлил исемендәге Татар дәүләт академик опера һәм балет театры солисы.

Олег Лундстрем, билдәле джазмен, композитор, оркестрҙы ойоштороусы һәм етәксеһе

Эмиль Йәләлдинов, йырсы (баритон)

Софья Ғөбәйҙулина, композитор (беренсе юғары белем)

Ибушев, Георгий Мифодиевич, йырсы (тенор)

Идеал Ишбүләков, опера йырсыһы

Манджиев, Аркадий Наминович

Монасипов Алмаз Зәкир улы, композитор һәм дирижёр

Ренат Еникиев, композитор

Илһам Шәкиров, йырсы

Мәхмүт Ниғмәтйәнов, педагог һәм фольклорсы

Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы, композитор

Валерий Казанцев — гобойсы, педагог.

Галина Казанцева, опера йырсыһы

Ренат Ибрагимов, йырсы

Мамонтов Анатолий Васильевич — «Италмаҫ» йыр һәм бейеү ансамбленың художество етәксеһе

Мөлөков, Бату Ғатаулла улы — композитор, педагог

Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы — опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог, профессор, Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының йыр сәнғәте кафедраһы мөдире

Тимербулатов, Шамиль Харис улы, композитор

Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы — композитор, педагог

Блинов, Лоренс Иванович — СССР һәм Рәсәй композиторы, философ, шағир, педагог

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Николаев, 1973
  4. Казанская государственная консерватория. Дата обращения: 10 сентябрь 2019. Архивировано 9 октябрь 2007 года.
  5. 5,0 5,1 Казанская государственная консерватория. Дата обращения: 10 сентябрь 2019.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Консерватория / Николаев А. А. // Конда — Кун. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 13).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]