Жиһанов Нәжип Ғаяз улы
Жиһанов Нәжип Ғаяз улы (рус. Нази́б Гая́зович Жига́нов; 1911 йылдың 2 [15] ғинуары, Уральск — 1988 йылдың 2 июне, Өфө) — совет композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1957), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948, 1950), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1970).
Тормош юлы
1911 йылдың 2 (15) ғинуарында Уральск ҡалаһында (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһының Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе административ үҙәге) тыуа.
Иртә етем ҡала, 5 йәшенән 17 йәшенә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә. 1928 йылда музыка техникумына уҡырға инеү ниәте менән апаһы Фәйзә янына Ҡазан ҡалаһына килә. Музыка менән Уральскиҙағы балалар йортонда уҡ шөғөлләнә башлай. Уның тәүге уҡытыусыһы — Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаған Светчина була. Ҡазанда Н. А. Шевалина дәрестәрен ала. 1929 йылда Көнсығыш музыка техникумына уҡырға инергә маташа, әммә уңышҡа өлгәшмәй. Шул уҡ ваҡытта техникум уҡытыусылары менән шөғөлләнә: фортепиано класы буйынса М. А. Пятницкаяла, виолончель класы буйынса Р. Л. Поляковта уҡый.
1931 йылда композитор А. С. Ключарёв кәңәше буйынса Мәскәүгә китә, унда өлкә музыка техникумына уҡырға инә (хәҙерге П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы академик музыка училищеһы) һәм уны 1935 йылда тамамлай. Һуңынан Мәскәү консерваторияһының өсөнсө курсына ҡабул ителә, композитор Г. И. Литинский класында уҡый. 1937 йылда Татарстан АССР Дәүләт филармонияһы асылғанда уның Беренсе симфонияһы башҡарыла. 1938 йылда консерваторияны тамамлап, Ҡазанға ҡайта[3].
1941—1943 йылдарҙа[Муса Йәлил исемендәге Татар академия дәүләт опера һәм балет театрының сәнғәт етәксеһе була[4]. 1939 йылда театр асылғанда уның диплом эше — «Ҡасҡын» операһы сәхнәләштерелә.
1944 йылда Ҡазанда консерватория асыу тәҡдиме менән ТАССР Министрҙар Советына мөрәжәғәт итә. 1945 йылдың 13 апрелендәге ҡарар нигеҙендә Ҡазан дәүләт консерваторияһы ойошторола. 1945 йылдың июнендә уның директоры итеп тәғәйенләнә, 1953 йылдан профессор була. 43 йыл дауамында консерватория ректоры булып эшләй.
1939 йылда ТАССР Композиторҙар берлеген ойоштора һәм 1977 йылға тиклем уны етәкләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
СССР Композиторҙар берлегенең I съезы (1948) делегаты, идара ағзаһы итеп һайлана. 1957 йылда II съезда идара секретары була (1962—1988). 1960 йылдан — РСФСР Композиторҙар берлеге идараһы ағзаһы[5].
1952 йылдан Тыныслыҡ өсөн көрәш буйынса республика комитеты ағзаһы, 1958 йылдан — Г. Туҡай исемендәге ТАССР Дәүләт премияһы буйынса комитет ағзаһы.
1961—1988 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитет ағзаһы.
Татарстан АССР Юғары Совет]ның 8—9 саҡырылыш депутаты, РСФСР Юғары Советының 2—5 саҡырылыш депутаты, СССР Юғары Советының 7 саҡырылыш депутаты (1966—1970). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1988 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында, Башҡортостан АССР-ында Татарстан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре барышында «Йәлил» операһының яңы редакцияһын башҡарғандан һуң кинәт вафат була[6]. Ҡазан ҡалаһындағы Арса зыяратында ерләнгән.
Ижады
1937 йылда Татар дәүләт филармонияһы Н. Жиһановтың Беренсе симфонияһын башҡарыу менән асыла, ә 1939 йылда Татар опера һәм балет театры «Ҡасҡын» операһы менән эшен башлай[7]..
1940—1960 йылдарҙа композитор татар тарихы ваҡиғаларын сағылдырған 8 опера һәм 3 балет ижад итә: 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы («Ҡасҡын»), 1917 йылғы революция («Ирек»), эпос («Алтынсәч», «Түләк һәм Суһылыу»), Бөйөк Ватан һуғышы («Илдар», «Шағир»), һуғыштан һуңғы тормош («Намыҫ»). Шағир Муса Йәлил батырлығына арналған «Йәлил» операһы (1957) Ҙур театрҙа һәм Прага милли театрында ҡуйыла[8].
Симфоник әҫәрҙәре араһында — «Ҡырлай» поэмаһы (1946), «Татар темаларына сюита» (1950), «Симфоник йырҙар» (1965), «Нәфисә» увертюраһы (1952), «Симфоник новеллалар» (1964). «Һабантуй» исемле Икенсе симфонияһы (1968) өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була (1970). Барлығы 17 симфония авторы.
Йөҙгә яҡын йыр һәм романс авторы, шул иҫәптән «Сирень еҫе», «Көтөү», «Донъяла әкиәттәр йәшәй». Фортепиано өсөн әҫәрҙәре лә киң билдәле («Балалар альбомы», «Сюита» һ.б.).
Нәжип Жиһанов — татар профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның ҡатнашлығында Ҡазан дәүләт консерваторияһы, Муса Йәлил исемендәге Татар академия дәүләт опера һәм балет театры, Татарстан Дәүләт симфоник оркестры һәм башҡа мәҙәни учреждениелар ойошторола.
Ғаиләһе
Ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны Серафима Минеева менән никахынан ҡыҙы Светлана тыуа. Икенсе ҡатыны Нина Шкапа менән никахынан ике улы — Рөстәм һәм Иван тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981);
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1957);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940);
- ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1939);
- Сталин премияһы (1948, 1950);
- СССР Дәүләт премияһы (1970);
- Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы;
- Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм башҡа наградалар[9].
Хәтер
- 2001 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһына композитор исеме бирелә;
- Ҡазанда композиторҙың мемориаль музей-фатиры эшләй;
- Уның исеме менән урам аталған;
- 2021 йылда тыуыуына 110 йыл, 2026 йылда 115 йыл тулыу айҡанлы саралар үткәрелә[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Nazib Gayazovitch, Näcip Ğayaz ulı, Назиб Гаязович, Нәҗип Гаяз улы, Nazib Gaïazovitch Cihanov // Musicalics (фр.)
- ↑ Жиганов Назиб Гаязович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Ольга Любимова. Творец, борец, защитник «Шурале». Малоизвестные факты о Назибе Жиганове. Аргументы и факты (23 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Н. Жиганов. Автобиография Н.Г.Жиганова. Национальная библиотека Республики Татарстан (12 ғинуар 1954). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Алмазова Т. Основы традиций: Н. Жиганов и Союз композиторов Татарстана // Казань : журнал. — 1999. — С. 14–16.
- ↑ Кузнецова Людмила. Главное архивное управление при Кабинете Министров Республики Татарстан (ГАУ при КМ РТ). Архивная служба Республики Татарстан (архив). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Назиб Гаязович Жиганов. www.belcanto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Жиганов Назиб Гаязович. tatarica.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Награды // Советская культура : газета. — 1971. — 21 января (№ 9 (4289)). — С. 1.
- ↑ Казанская государственная консерватория имени Н.Г.Жиганова. new.kazancons.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.