Исхаҡов Рияз Марат улы

Исхаҡов Рияз Марат улы (рус. Исхаков, Рияз Маратович1968 йылдың 29 октябре, Салауат, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй кинорежиссёры, ҡуйыусы-операторы һәм продюсеры. Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1996)[1].

Биографияһы

1968 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы) Салауат ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай.

1986—1988 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Башҡортостан телевидениеһында киноопреатор ярҙамсыһы булып эшләй. Һуңынан «Башкортостан» киностудияһына күсә, унда билдәле кинорежиссёр Малик Яҡшымбәтовтың төшөрөү төркөмөндә эшләй.

1993—1997 йылдарҙа С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының операторҙар факультетында уҡый, В. Н. Железняков оҫтаханаһында шөғөлләнә[1][2].

2000 йылда «Р. И. Продакшн» студияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойоштора, уның директоры була. Студия ойошмаларғың, Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе кешеләренең һәм эстрада башҡарыусыларының нәфис продукцияға һәм фильмдарға заказын үтәй[1].

2014 йылда студияһында башҡорт халыҡ легендалары һәм йырҙары мотивтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына тулы метражлы «Етегән» музыкаль телефильмын төшөрә (фильмдың режиссёры — Айсыуаҡ Йомағолов)[1][3][4]. Шул уҡ 2014 йылда башҡорт халыҡ йырҙары буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Бибигөл һәм Сәйфелмөлөк» фильмы донъя күрә.

Ижады

1991 йылда Рияз Исхаҡовтың ҡуйыусы оператор булған «Азатлыҡ ҡапҡаһы» тип аталған тәүге башҡорт тулы метрлы нәфис-публицистик фильмы донъя күрә. Ул Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән «Көмөш ярым ай» халыҡ-ара кинофестиваленең дипломы менән билдәләнә.

1996 йылда «Быяла юлсы» фильмы өсөн бер төркөм кинематографистар (Булат Йосопов, А. Аҡманов, В. Байрамғолов) менән бергә Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була.

Юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә кинооператор булараҡ, ОРТ, НТВ-кино, РТР проекттарында «Ундина», «Чёрная богиня», «Код апокалипсиса» телесериалдарында һыу аҫты һәм махсус төшөрөүҙәрен башҡарырға саҡырыла[1].

12 сериялы «Синие ночи», шулай уҡ режиссер Булат Йосоповтың халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә приздар яулаған «Ауыл өҫтөндәге йәйғор», «Ун өсөнсө раунд», Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы» тулы метрлы уйын фильмдарының ҡуйыусы-операторы була[2][5].

Төрлө йылдарҙа «И это всё Роберт» күп сериялы комедия фильмы, «Постап һуҡмағы» интернет-сериалы, Ғабдулла Туҡай әҫәрҙәре буйынса фильм, «Шүлгәнташ мәмерйәһе серҙәре» нәфис-фантастик фильмын төшөрә[1].

Фильмографияһы

Йыл Атамаһы Роле
1991 «Азатлыҡ ҡапҡаһы» ҡуйыусы оператор
1996 «Быяла юлсы» ҡуйыусы оператор
без даты «Алтын мираҫ» режиссёр, оператор
без даты «Заманалар» режиссёр, оператор
2006 «В поисках Акбузата» (фәнни-популяр сериал) режиссёр, продюсер, оператор[2]
2007 «В поисках Акбузата» (фәнни-популяр сериал, дауамы) режиссёр, продюсер, оператор
2008 «Синие ночи» (12 серия) ҡуйыусы оператор[2]
2008 «Ел аулаусы» ҡуйыусы оператор[2]
2009 «Ҡаһым-түрә» режиссёр, оператор
2010 «Һөйәнтүҙ» режиссёр, оператор
2011 «13-сө раунд» ҡуйыусы оператор[2]
2014 «Етегән» (музыкаль телефильм) продюсер, сценарист, ҡуйыусы оператор[2]
2014 «Бибигөл һәм Сәйфелмөлөк» (ҡыҫҡа метрлы) режиссёр, оператор
2019 «И это всё Роберт» (күп сериялы) башҡарма продюсер, ҡуйыусы оператор[2]
2020 «Душа пирата» ҡуйыусы оператор[2]
2022 «Душа пирата» ҡуйыусы оператор[2]
2024 «Два брата» ҡуйыусы оператор[2]
2025 «Холмы» ҡуйыусы оператор[2]
датаһыҙ «Тропа Постап» (интернет-сериал) режиссёр, оператор

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Режиссёр Исхаков Рияз Маратович. bashmusic.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Рияз Исхаков. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  3. «Етегән» фильмы — Истанбулда Халыҡ-ара төрки кино фестивале ҡатнашыусыһы (башҡ.). dimbuizary.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  4. Рияз Исхаков: «Башкирскому кино пора вырасти из пелёнок». mkset.ru (12 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  5. Рияз Исхаков. kinoglaz.fr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  6. Башкирского кинематографиста Рияза Исхакова поблагодарил Никита Михалков
  7. Ушла из жизни Р. А. Исхакова. mediacratia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.

Тема буйынса өҫтәмә