Ишбирҙина Айгөл Фәрит ҡыҙы
Викидата элементы тултырылмаған |
Ишбирҙина Айгөл Фәрит ҡыҙы (1983) — рәссам, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдары союзы ағзаһы (2010). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн (2015)[1]. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2015).
Ишбирҙина Айгөл Фәрит ҡыҙы 1983 йылдың 14 мартында Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында тыуған. 1998—2003 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 2003—2009 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында һынлы сәнғәт бүлегендә белем ала.
Айгөл Ишбирҙина төрлө жанрҙарҙа эшләй. Тыуған яғына һөйөү, милли көнкүреш һәм колорит — ижадының сығанаҡтары. Ижадында үҙ юлын, үҙ стилен эҙләүсе эксперименатор-рәссам. Уның әҫәрҙәрендә тарихи легендалар һәм башҡорт халҡының ижады сағылыш таба.
2003 йылдан алып йәштәр, региональ, махсус, төркөм, Рәсәй, халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша[2].
Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ишбердина Айгуль Фаритовна (Уфа)
- ↑ ЖИВОПИСЬ 2018 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Управление по культуре и искусству(недоступная ссылка)
- Ишбердина Айгуль Фаритовна (Уфа)
- ЖИВОПИСЬ 2018 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.