Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты (рус. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһындағы күп профилле юғары уҡыу йорто. Ул Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының күрше өлкәләренең мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары, уҡыу йорттары өсөн кадрҙар әҙерләй. 2003 йылдан 2015 йылға тиклем институт академия статусына эйә була[1].
Тарихы
Бөгөнгө Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты СССР Министрҙар Советының 1968 йылдың 5 июнендәге 417-се Ҡарары нигеҙендә асылған. Был — музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәләрендә белгестәр әҙерләүсе күп профилле уҡыу йорто.
Институт Гнесиндар исемендәге дәүләт музыкаль-педагогия институты (хәҙер Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы) ҡарамағындағы уҡыу-консультация пункты базаһында ойошторола. Уның эшмәкәрлеге Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары өсөн кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Уҡыу йортона Ленин урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы (1834) тапшырыла. Был бина — XIX быуат архитектураһы ҡомартҡыһы, ул Фёдор Иванович Шаляпин исеме менән бәйле. Йырсы бында 1891 йылда тәүге тапҡыр профессиональ сәхнәлә сығыш яһай. Был ваҡиға хөрмәтенә бина фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1996 йылдан институттың концерт залы Шаляпин исемен йөрөтә, ә 2007 йылда уның янында йырсыға һәйкәл ҡуйылған. Хәҙерге ваҡытта институттың Өфөлә икенсе бинаһы ла бар (Цюрупа урамы, 9)[2].
Башта институтта ике — музыка һәм театр факультеттары, шулай уҡ биш күп профилле (рус.)баш. кафедра ойошторола: фортепиано һәм оркестр ҡоралдары (скрипка, альт, виолончель, контрабас), хор дирижерлығы һәм халыҡ ҡоралдары, тарих, музыка теорияһы һәм композиция, режиссура һәм актёр оҫталығы, гуманитар фәндәр кафедралары. 1969 йылда вокал бүлеге, 1973 йылда — художество бүлеге, 1978 йылда — тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары кафедраһы асыла[2].
1993 йылда институтта бөтә музыкаль-башҡарыусылыҡ һөнәрҙәре буйынса ассистентура-стажировка асыла. 1998 йылда музыка белгестәрен фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре буйынса әҙерләүсе аспирантура эшләй башлай[3].
Профессор-уҡытыусылар составы башлыса Мәскәү һәм Ленинградтың алдынғы юғары уҡыу йорттарын, беренсе сиратта Гнесиндар исемендәге дәүләт музыкаль-педагогия институтын тамамлаусыларҙан, шулай уҡ Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыларын йәлеп итеү юлы менән формалашҡан[1].
Институттың беренсе ректоры Заһир Исмәғилев була, ул юғары уҡыу йортон 20 йыл етәкләй. Башҡортостанда юғары музыкаль белем биреүҙең үҫешенә ҙур өлөш индергәнен иҫәпкә алып, вузға уның исеме бирелгән[1].
2003 йылда уҡыу йорто академия статусын ала. 2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының бойороғо менән Өфө дәүләт сәнғәт академияһына атамаһында нигеҙләүсе Заһир Исмәғилев исемен ҡалдырып, тарихи исеме — Өфө дәүләт сәнғәт институты кире ҡайтарыла[4][5].
Факультеттары
Институттың дүрт факультетында һәм 20 кафедрала студенттар юғары белем биреүҙең 33 специальносы һәм йүнәлеше буйынса әҙерлек үтә[6]:
- Музыка факультеты:
- халыҡ ҡоралдары кафедраһы;
- хор дирижерлығы кафедраһы;
- музыка тарихы һәм теорияһы кафедраһы;
- дөйөм фортепиано кафедраһы;
- махсус фортепиано кафедраһы;
- камера ансамбле һәм концертмейстер (рус.)баш. оҫталығы кафедраһы;
- кыллы һәм тынлы ҡоралдар кафедраһы;
- яңғыҙ йырлау һәм опера әҙерлеге кафедраһы;
- композиция кафедраһы.
- Башҡорт музыкаһы факультеты:'
- традицион музыкаль башҡарыусылыҡ кафедраһы;
- этномузыкология кафедраһы.
- Һынлы сәнғәт факультеты:
- рәсем кафедраһы;
- һынлы сәнғәт кафедраһы;
- дизайн кафедраһы.
- Театр факультеты:
- режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы;
- сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы;
- хореография сәнғәте кафедраһы.
Юғары уҡыу йорто өсөн дөйөм гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы эшләй[7].
Һөнәр төрҙәре
Белгестәр әҙерләү сәнғәттең ошондай өлкәләре буйынса алып барыла: «музыка ҡоралында уйнау» (фортепиано, оркестрҙың ҡыллы ҡоралдары, оркестрҙың тынлы ҡоралдары, халыҡ музыка ҡоралдары), «вокал сәнғәте», «композиция», «музыка ғилеме», «дирижёрлыҡ», «режиссура» һәм «актёр сәнғәте» (драма театры һәм кино актёры, ҡурсаҡ театры актёры), «һынлы сәнғәт», «театр-декорация һынлы сәнғәте», «этномузыкология», «скульптура», «дизайн», «театр ғилеме». Күрһәтелгән сәнғәт өлкәләре буйынса музыкаль-башҡарыусылыҡ һөнәрҙәре өсөн ассистентура-стажировка программалары һәм «сәнғәт ғилеме» фәнни һөнәре буйынса аспирантура программалары тормошҡа ашырыла[1].
Концерт залдары
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында әлеге ваҡытта бер нисә концерт майҙансығы эшләй.
- Ф. И. Шаляпин исемендәге концерт залы 310 урынға иҫәпләнгән. Сәхнә ҙурлығы — 6,23 метрға × 12 метр, был симфоник һәм халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары ҡатнашлығында сығыштар үткәрергә мөмкинлек бирә. Зал өс концерт рояле («Steinway & Sons» һәм ике «Grotrian-Steinweg»), ике артист бүлмәһе, яҙыу студияһы, шулай уҡ заманса тауыш яҙҙырыу аппаратураһы, пульттар һәм хор станоктары менән йыһазландырылған[2].
- Камера (бәләкәй концерт) залы 104 урынға иҫәпләнгән. Сәхнә үлсәме — 9,76 метрға × 3 метр. Залда ике концерт рояле («Bechstein» һәм «Petrof»), клавесин, пульттар, шулай уҡ тауыш һәм яҡтыртыу аппаратураһы ҡуйылған[2].
- Уҡыу театры — актёрҙар әҙерләү өсөн ҡулланылған айырым сәхнә майҙансығы. Тамаша залы 306 урынға иҫәпләнгән һәм йыһазландырылыуы буйынса профессиональ театр шарттарына яҡын. Сәхнә үлсәме — 7,68 метрға × 12,36 метр, сәхнә көҙгөһө — 6 метрға × 9 метр, сәхнә арауығы тәрәнлеге — 12 метр, шахта тәрәнлеге — 6 метр. Сәхнә биҙәлеше сәхнәнең аҡ концерт кейемен (өс планлы кулиса) һәм ҡара кабинетты (дүрт планлы кулиса) үҙ эсенә ала[2].
Ижади коллективтары
- «Студент операһы» опера студияһы — студенттар һәм стажер-ассистенттар ҡатнашлығында классик опералар (П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин», В. А. Моцарттың «Фигаро туйы», Л. Бетховендың «Фиделио») ҡуя.
- Башҡортостан Республикаһының Йәштәр симфоник оркестры — республиканың концерт майҙансыҡтарында сығыш яһай, опера ҡуйылыштарында ҡатнаша; оркестр репертуарында (рус.)баш. симфоник әҫәрҙәр һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре бар.
- З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ хоры — 1968 йылда нигеҙләнгән, халыҡ-ара конкурстар (шул иҫәптән «Поющий мир» (Санкт-Петербург) һәм Ҡытайҙағы Халыҡ-ара хор уйындары) лауреаты.
- Башҡортостан Республикаһының Йәштәр урыҫ халыҡ ҡоралдары оркестры — Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, урыҫ һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, шулай уҡ халыҡ музыкаһын башҡара.
- «Йәшлек» үҫмер тынлы оркестры — республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһындағы парадтарҙа һәм күмәк сараларҙа ҡатнаша.
- Институттың эстрада оркестры — йәштәр биг-бэнды, Чарли Паркер, Гордон Гудвин, Жако Пасториус һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәрен башҡара.
- Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры — репертуарында башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре һәм халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләре.
- «Метелица» ансамбле — В. Я. Садаков исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (Силәбе, 2010), Рәсәй һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара.
- «Piazzolla-trio» ансамбле — 2012 йылда ойошторолған, Астор Пьяццолла әҫәрҙәрен башҡарыуға махсуслашҡан; 2014 йылда беренсе компакт-диск яҙҙырған[8].
Ректорат
- Ректор: Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы;
- уҡыу һәм ғилми эштәр буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы: Воробьева Лидия Валентиновна;
- тәрбиә, ижади эш һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы: Базаров Аркадий Галсанович;
- өҫтәмә белем биреү һәм халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы: Марешова Лариса Алексеевна;
- финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы: Новикова Ксения Фларисовна[9].
Институтта Ғилми совет булдырылған, уның составында — 25 кеше, рәйесе — ӨДСИ ректоры — Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы[10].
Ректорҙар
- Исмәғилев Заһир Ғариф улы (1968—1988) — беренсе ректор;
- Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (1988—2000);
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (2000—2010);
- Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (2010—2012);
- Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы (2013—2023);
- Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы (вазифа башҡарыусы, 2023 — х. в.
Педагогтар
- Башенев Валерий Алексеевич
- Шәймөхәмәтова Людмила Николаевна
- Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы
- Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы
- Мортазин Владислав Львович
- Лавров Игорь Дмитриевич
- Алексеева Ирина Васильевна
- Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы
- Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы
- Суханов Владимир Павлович
- Мәзитов Әмир Миңлевәли улы
Билдәле тамамлаусылар
- Бәҙретдинова Рәүшәниә Мөсәүир ҡыҙы (1974) — Рәсәй рәссамы;
- Белов Кирилл (2018) — Рәсәйҙең опера йырсыһы;
- Брук Виталий Николаевич — Рәсәй музыканты, скрипкасы, дирижёр;
- Ғәлиева Илсөйәр Шамил ҡыҙы (1984) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, РФ-тың атҡаҙанған артисы;
- Ғәлиева Ләлә Нәүфәл ҡыҙы (1987) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, керамист, скульптор, график;
- Копытов Владимир Николаевич (2002) — Рәсәйҙең опера йырсыһыы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
- Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (1973) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актсёры, РФ-тың атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы;
- Остина Ирина Михайловна — джаз вокалисы, уҡытыусы;
- Родина Евгения Александровна (2009) — Ф. Волков исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театры актрисаһы.
Ҡыҙыҡлы факттар
1967 йылда элекке Дворян йыйылышы бинаһында (хәҙер Өфө дәүләт сәнғәт институты) бөйөк йырсы иҫтәлегенә Рәсәйҙә беренсе мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Ә 2007 йылда уның эргәһендә Ф. И. Шаляпин һәйкәле (арх. К. Донгузов, скульптор — Р. Хәсәнов) урын ала[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Г. Р. Хәлимова. Сәнғәт институты (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (6 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Институт › Об институте. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Уфимский государственный институт искусств им. З. Исмагилова. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Өфө сәнғәт академияһы тарихи исемен кире ҡайтарҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (12 ғинуар 2016 йыл). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (баш.)
- ↑ Приказ Министерства Культуры РФ от 08.12.2015 № 3004. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2016. Архивировано из оригинала 8 февраль 2016 года. (рус.)
- ↑ Факультеты. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
- ↑ Институт › Кафедра гуманитарных и социальных наук. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Коллективы. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Институт › Руководство. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Институт › Ученый совет. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026).
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Сәнғәт институты (баш.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026).
- Өфө сәнғәт академияһы тарихи исемен кире ҡайтарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 ғинуар (баш.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026).