Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы

Әминә Ибраһим ҡыҙы Әсфәндиәрова (рус. Асфандьярова Амина Ибрагимовна, 1961 йылдың 27 июле, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — сәнғәт белгесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры (2013 —2023 й.).

Биографияһы

Әминә Ибраһим ҡыҙы Әсфәндиәрова 1961 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1985 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы доцент С. Г. Хәмиҙуллина класы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1995 йылда стажировканы Ҡаҙан дәүләт консерваторияһында Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Э. К. Әхмәтова класы буйынса үтә.

«Интонационная лексика образов пасторали в тематизме фортепианных сонат Й.Гайдна» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын 2003 йылда Новосибирск дәүләт консерваторияһының диссертацион советында яҡлай (етәксеһе проф. Л. Н. Шәймөхәмәтова).

Эш урыны: 1985 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында концертмейстер булып эшләй, 1993 йылдан — махсус фортепиано кафедраһында, 2001 йылдан алып 2003 йылға тиклем — Өфө дәүләт академия институтының Музыкаль семантика лабораторияһы дәғүәсеһе, 2003 йылдан — музыка фәне һәм вокал — хор сәнғәте факультеты деканы, 2007 йылдан — академияның уҡыу — уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса проректоры.

2013 йылдан — Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры.

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы республика музыкаль конкурстарҙың баһалама ағзаһы була: З. Исмәғилев исемендәге, Н. Сабитов исемендәге (Өфө, 1998, 2000, 2002, 2004 йылдар), ДМШ уҡытыусыларының конкурс-фестивале, цифрлы фортепианола уйнаусы йәш башҡарыусылар конкурсы (Өфө, 2004, 2005), В. Тиманова исемендәге конкурс (2005).

Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Өфө сәнғәт училищеһында, Башҡорт дәүләт филармонияһында, Октябрьский, Учалы, Ишембай, Салауат, Быҙаулыҡ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһаны.

2023 йылдың 17 апреленән хаҡлы яода.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Хеҙмәттәре