Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы
Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (рус. Утяшев, Хурматулла Газзалеевич; 1959 йылдың 23 ноябре, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002)[1]. Салауат Юлаев (2019) һәм Дуҫлыҡ (2021) ордендары кавалеры. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты (1998). Ататөрк роле өсөн Төркиәнең Исмәт Кюнтай исемендәге милли премияһы (2010).
Биографияһы
Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 1959 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған.
Бала сағынан театр менән ҡыҙыҡһына, 4-се синыфтан алып дөйөм мәктәп байрамдарын алып барыусы була.
1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. Т. Ҡасимова курсы), 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған[1].
Институтты тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй: 1986—2000 йылдарҙа — актёр, 2000 йылдан — актёр һәм төп эшмәкәрлек буйынса директор була. Героик-романтик ролдәр хас.
1991 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 1991—2001 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
Хөрмәтулла Ғаззали улы 1995 йылда Салауат драма театрында «Маугли» спектаклен ҡуя (Р. Киплингтың «Книга джунглей» әҫәрен үҙе башҡорт теленә тәржемә итә), шулай уҡ «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р. Шарт), «Алдан түләйем» (Н. М. Птушкина), «Бенжамент институты» (Р. Вальзерҙың «Якоб фон Гунтен» романы буйынса) пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1991 йылдан Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 2010 йылдан — союз рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2017—2018[2] йылдарҙа — йылдарҙа — рәйес вазифаһын башҡара[1].
2019 йылдан — «Иман — Башҡортостан» Хәйриә фонды директоры[3].
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы[4], Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе[5].
«Атайсала», проектында ҡатнаша, «Түңгәүер» ырыуы рәйесе[6].
Ролдәре
- Әсғәт Мирзаһитов «Утлы өйөрмә» — Айтуған, дебют, 1986),
- Мостай Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..» — Сәмиғулла,
- Нәжиб Асанбаев «Майҙан тотабыҙ» — Фәүзи,
- Хәбибулла Ибраһимов «Еҙнәкәй» — Ғиззәт, Будочник,
- Таһир Таһиров «Ғәлиә» — Заһир,
- Ж.-Б. Мольер «Ирекһеҙҙән табип» — Лука,
- А. Абдулллин «Һуңғы патриарх» — Ир,
- Мостай Кәрим «Ҡыҙ урлау» — Шәрәй,
- Ф. Богданов «Аманатҡа хыянат» — Лейтенант Шәйхулов,
- Т. Миңнуллин «Диляфрузгә дүрт кейәү» — Йәмил, Шәкүр,
- А. Абдуллин «Ун өсөнсө председатель» — Рахманов,
- И. Юзеев «Һөйгәнемдең тыуған көнө» — Санитар,
- А. Атнабаев «Балаҡайҙарым» — Рифат,
- Ш. Рәхмәтуллин «Алмағастар сәскә атҡанда…» — Усаев,
- Наил Ғәйетбаев «Юғалтыу-табыштарым…» — Дамир,
- Дауыт Юлтый «Ҡарағол» — Ҡарағол, Һөйөндөк,
- Еврипид «Медея» — Эгей,
- М. Буранғолов «Башҡорт туйы» — Юлдыбай,
- Флорид Бүләков «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» — Ғәзинур,
- И. Юзеев «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан…» — Тайфур,
- И. Иванов, Р.Усаев «Бедолага Хасан» — Рәсим,
- Ғ. Шафиҡов «Һәҙиә» — Надзиратель,
- Наил Ғәйетбаев «О, ужас!» — Даян,
- Нәжиб Асанбаев «Ярлыҡау» — Лейтенант,
- Флорид Бүләков «Бибинур, ах, Бибинур!..» — Степан Разин,
- Т. Миңнуллин «Хушығыҙ!..» — Нурислам,
- Б. Бикбай «Ҡарлуғас» — Шатморат,
- Нәжиб Асанбаев «Яралы яҙмыш» — Капитан Йосопов,
- Р. Ҡол-Дәүләт «Пропади все пропадом!» — Ғәлимов Фән Вәлиевич,
- Н. Птушкина «Алдан түләйем!» — Альберт Фәрхатский
- Р. Шарт «Ҡатынымдың исеме Морис» — Мсье Труабаль,
- В. Жеребцов «Ғүмер алда әле…» — Муса,
- Р. Вальзер «Институт Бенжамента» — Директор,
- Х. Мударисова «Цена счастья» — Профессор,
- Зөһрә Бураҡаева «Февраль. Буран…» — Түрә,
- Мостай Кәрим «Ауыл адвокаттары» — Автор, уҡытыусы, тәфтишсе,
- Мостай Кәрим «Айгөл иле» — Йәғәфәр, Пиккио,
- С. Латыпов, Х.Фәтихова «Көнләш, Америка, көнләш!» — Мартин Донг,
- Э. Де Филиппо «Илай белмәгән ҡатын» («Филумена Мартурано» пьесаһы буйынса) — Доменико Сориано,
- Ф. Кроммелинк «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» — Петрюс,
- А. Островский «Аҡ ҡанатлы хыялым» — Князь Дулебов,
- Флорид Бүләков «Шайморатов-генерал…» — Шайморатов,
- Мостай Кәрим «Салауат. Өн аралаш ете төш» — Салауат,
- Ф. Богданов «Төнгө ҡунаҡ» — Малик,
- Н. Абдыҡадыров «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» — Темуджин,
- К. Кези «Кәкүк ояһы», Ә. Ә. Абушахманов ҡуйған — Макмерфи,
- Т. Ғарипова «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» — Нөгөш,
- Софокл «Эдип батша» — Эдип,
- А. Абушахманов «Руди — never off» — Рудольфтың атаһы, уҡытыусы, Щелков,
- И. Йомағолов «Нәркәс» — Сынтимер-бей,
- Мостай Кәрим «Ай тотолған төндә» — Ырыҫҡол бей,
- Нәжиб Асанбаев, А.Абушахманов «Әхмәтзәки Валиди Туған» — Ататөрк-Мостафа Кемаль Паша,
- Я. Пулинович «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» — Вадим Робертович,
- Т. Миңнуллин «Мулла» — Самат,
- Т. Москвина «Әллә ҡатын, әллә ен?..» — Борис Шилкин,
- М. Буранғолов «Шәүрәкәй» — Юлғотло,
- М. Ғафури «Ҡара йөҙҙәр» — Ахун хәҙрәт,
- Ж. -Б. Мольер «Һаран» — Гарпагон,
- О. Жанайдаров «Джут. Һуңғы йәйләү» — Ербол,
- Г. Яхина, Я. Пулинович инсц. «Зөләйха күҙҙәрен аса» — Мортаза Вәлиев,
- Башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» — Самрау,
- С. Айытматов, Е. Баранчикова «Сыңғыҙхандың аҡ болото» — Сыңғыҙхан
- Мостай Кәрим «Ҡыҙ урлау» — Дәүләтбай
- Т.Ғиниәтуллин «Шәмсетдин һәм Шәмсура» — Ғәлимйән
- Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл паша»- Имам Әбдель әзиз ,
- Зөһрә Бураҡаева «Ат уйнатып алдан бара…» — Рәзим Ибраһимов,
- Хәбибулла Ибраһимов «Еҙнәкәй» — Әхсән бай,
- М. Рощин « Йәш ғаилә фатир эҙләй» — Нәҡип Ибраевич.
Кинолағы ролдәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008)
- Дуҫлыҡ ордены (2021)[9];
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты — «Февраль. Буран…» спектаклен ҡуйған өсөн (З. Бураҡаева) (2013)
- Ҡазандағы Халыҡ-ара төрки халыҡтарының «Науруз» театр фестивале (2002), Бишкәктәге «АРТ ОРДО» (2003) һәм «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалдәре (2006) лауреаты
- Салауат Юлаев ордены (2019)[10].
- Станиславскийҙың көмөш миҙалы (2020)[11];
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2024)[12];
- Хәйбулла районының Почётлы гражданы (2025)[13].
Китаптары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Утяшев, Хурматулла Газзалеевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
- ↑ Отделение СТД РФ (ВТО)-СТД Республики Башкортостан отделение СТД РФ-СТД Республики Башкортостан (билдәһеҙ). synapsenet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Руководство фонда. imanrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Исполнительный комитет. kurultai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Комиссии Исполкома. kurultai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Утяшев Хурматулла Газзалеевич. ataisal.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Хурматулла Утяшев. .kinopoisk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ "Тайна Чингис Хаана" приоткрылась уфимцам. 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 мая 2021 года № 269 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2021. Архивировано 11 май 2021 года.
- ↑ Список работников Башкирского академического театра драмы имени М. Гафури, награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. old.glavarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Ирина. Актер Башдрамтеатра им.М.Гафури Хурматулла Утяшев награжден Серебряной медалью Станиславского - Культурный мир Башкортостана. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ Почетной грамотой Республики Башкортостан награжден Хурматулла Утяшев. 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Почётный гражданин Хайбуллинского района. vk.com (11 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ О жизни, семье и творчестве актера Башдрамы Хурматуллы Утяшева. 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Федоров, Платон. В Уфе презентовали книгу «Батыры Таштугая: Хурматулла Утяшев. Жизнь и творчество» (20 февраль 2021). 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Башкирское театральное искусство. Хурмат Утяшев //Культурное наследие народов России. Башкиры. — М., 2003
- Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хурматулла Утяшев: Без актёрского пота сцена рассыхается… 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.