Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы

Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева (рус. Буракаева Зухра Дикатовна; 1973 йылдың, Өфө) — романсы, тәржемәсе, публицист һәм драматург. Рәсәй Яҙыусылар һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар ойошмалары ағзаһы (2009). Рәсәй Кинематографистар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы ағзаһы (2016). Шәйехзада Бабич исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008)[1]. Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2021)[2].

Биографияһы

Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы 1973 йылдың 16 сентябрендә Өфө ҡалаһында билдәле ғалим-геолог, журналист Диҡҡәт Бураҡаев һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог Мәрйәм Бураҡаеваның күп балалы ғаиләһендә тыуған. Белеме — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, нәфис тәржемә бүлеге (Әхиәр Хәҡимов оҫтаханаһы); ВИППК ҡарамағындағы сценарий курсы, («кинодраматург» һөнәре буйынса, А. Леонтьев, М. Туманишвили оҫтаханаһы), Мәскәү. 1995—2016 йылдарҙа — «Башҡортостан» киностудияһында мөхәррир, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында әҙәби бүлеге мөдире.

1995—2016 йылдарҙа Башҡортостан киностудияһында мөхәррир, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында әҙәби бүлек мөдире булып эшләй. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фонд (шағирҙың ейәне, Рәсәй эшҡыуары Тимербулат Кәримов һәм уның балалары Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова менән Илгиз Мостафа улы Кәримов (1942–2019) тарафынан ойошторолған) хеҙмәткәре.

Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар киноһы» фестивалдәренең (2017 һәм 2018) соорганизаторы, «Ер һүҙе» 1-се халыҡ-ара кинофорумының программа режиссёры (2018), «Көмөш Аҡбуҙат» 4-се халыҡ-ара кинофестиваленең (2018) башҡарма режиссеры. Был фестивалдәрҙә Рәсәй Федерацияһының 30-ҙан ашыу төбәге кинорежиссерҙары, башҡа илдәрҙән 30-ға яҡын вәкил даими ҡатнаша.

2025 йылдың февралендә Зөхрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе итеп яңынан һайланды. Ойошма ойошторолоу алдынан «Родина» кинотеатрында отчет-ҡабаттан һайлау кәңәшмәһе үтте. Бураҡаева союздың һуңғы дүрт йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны һәм бер тауыштан яңынан һайланды. Кинорежиссер Роман Пожидаев йәнә рәйес урынбаҫары итеп һайлана, шулай уҡ яңы директорҙар советы раҫлана[3].

Ижады

Республика театрҙарында түбәндәге постановкалар: «Рух иле» (реж. А. Имаметдинов), «Их, өс егет, өс егет…» (реж. Р. Хәкимов), «Февраль. Буран» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында (реж. Х. Үтәшев);

инсценировкалар: Н. Носовтың повесы «Белмәҫйән мажаралары» («Приключения Незнайки») буйынса (реж. З. Сөләймәнов), Р. Гюнтекиндың «Птичка певчая» романы (реж. И. Гиләжев), уғыҙ дастаны «Китабе деде Коркут» (Ҡорҡуттың һуңғы йыры) буйынса (реж. З. Сөләймәнов) (ТЮРКСОЙ Халыҡ-ара премияһы һәм VIII Халыҡ-ара «Мең тын алыш — бер тауыш» («Тысяча дыханий — один голос») төрөк телле театрҙары фестивале дипломанты, Төркиә, Конья ҡалаһы, 1916);

пьесалар авторы «Маймыл Бьянка мажаралары» («Приключения обезьянки Бьянки») балалар пьесаһы, пьеса буйынса спектакль ҡуйылған (реж. Р. Хәкимов). Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт телен өйрәнеү буйынса «Ете мөғжизәле теләк» спектакль-квест ҡуйылды (2017).

Күп кенә документаль фильмдар сценарийҙары авторы: «Урал менән Шүлгән мажаралары» анимация сериалы (реж. А. Байрамғолова), «Рәхмәт» комедияһы (Т. Бураҡаева менән авторҙаш, режиссеры — А. Райбаев), «Минең йондоҙом» йәштәр мелодрамаһы (реж. Т. Бураҡаева); «Карусель», «Япраҡ», «Урман һуҡмағы», «Аҡ ҡарҙар яуғанда» ҡыҫҡа метражлы фильмдар, «Өйҙәштәр» комедия сериалы (реж. Р. Пожидаев;документаль фильмдар: «Заһир Исмәғилев», «Тауҙарға артылғанда» (шағир-фронтовик Хәниф Кәримдең 100 йыллығына)[4][5], , «Гөлли Мөбәрәкова хаҡында» («Сказка о маленькой Гюлли»), «Ер кешеһе» (Ейәнсура районы Ибрай ауылында йәшәүсе Хөсәйен Ҡолмөхәмәтов тураһында).

Рәми Ғариповтың «Киләсәккә юл ярам», «Пилот яҙмалары», «Уҡыу океаны» уҡыусы көндәлектәрен ҡулъяҙманан нәшергә әҙерләүсе, мөхәррире, баш һүҙ авторы.

«Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Бирешмә!» үҫмерҙәр өсөн телесериалдың сценарийы авторҙашы. Башҡортостан юлдаш телевиденияһының «Я учу башкирский» проектының авторы, йыр һүҙҙәре авторы. Йөҙҙән ашыу концерт, театралштырылған тамаша, республика байрамдарының, сараларҙың сценарий авторы.

Республика матбуғатында, шиғриәт йыйынтыҡтарында, «Халыҡтар дуҫлығы», «Крещатик» (Германия) әҙәби журналдарында Айҙар Хөсәйенов менән берлектә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренең тәржемәләре[6], З.Бураҡаеваның хикәйәләре, публицистика әҫәрәҙәре, шиғырҙары донъя күрә [7][8].

Билдәле тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов Зөһрә Бураҡаева тураһында шулай тип яҙа:[9]:

Тәржемәсе ике мөхиттә йәшәгән амфибия кеүек, авторҙы аңлай белергә, үҙенекен күрһәтергә түгел, ә автор әйтергә теләгәнде хөрмәт менән әйтеп бирергә, тапшырырға тейеш . Зөһрә быны бик һәйбәт, еренә еткереп башҡара .

2018 йылда "Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018)" федераль программаһы сиктәрендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» тигән китабы ( «Дети улицы») Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендә баҫылып сыҡты.

2024—2025 йылдарҙа Зөһрә Бураҡаева сценарии нигеҙендә башҡорт телен еңел һәм аңлайышлы формала үҙләштерергә теләгән йәштәр өсөн Башҡортостан Републикаһының Кинематографистар союзы тарафынан «Һин, мин һәм бар донъя» веб-сериалы төшөрөлдө.

Төп әҫәрҙәре

  • «Хыялый япраҡ» (Очарованный листик) хикәйәләр йыйынтығы («Китап», 2005);
  • «Донъя әҙәбиәте ҡиммәттәре башҡорт телендә» серияһы өсөн донъя халыҡтары әкиәттәренең тәржемәләре (Һерберт Уэллс «Донъялар һуғышы», Проспер Мерименың ике новеллаһы; «Әңгер-кәңгер, кәңгерләк» инглиз лимериктары, «Аҡһылыу менән ете кәрләкәй», «Бөркөт менән сүллек», «Ҡыҙыл кәләпүш», «Аҡҡош-ҡаҙҙар» әкиәттәр Г. Ғиззәтуллина менән берлектә, «Инеш», 2010)[10];;
  • «Донъя әҙәбиәте ҡиммәттәре башҡорт телендә» серияһы өсөн дәрестән тыш уҡыу өсөн донъя балалар әҙәбиәтенең тәржемәләре («Инеш», 2010—2013 йылдар).

Зөһрә Бураҡаеваның шиғырҙарына яҙылған йырҙар

«Уяу бул, башҡортом» (У. Иҙелбаев көйө), «Мы вместе — Башкортостан» (У. Иҙелбаев көйө), «Рәхмәт» комедияһынан: «Рәхмәт һиңә» (Ғ. Юламанов көйө), «Ышанмаһаң әкиәткә, ышанма» (У. Иҙелбаев көйө), «Минең йондоҙом» йәштәр фильмынан: «Минең йондоҙом» (И. Абдуллин көйө), «Артур һәм Нэнси» спектакленән (реж. З. Сөләймәнов): «Король йыры», «Осраштыҡ» (И. Абдуллин көйө), «Маугли», «Рух иле», «Ете мөғжизәле теләк» спектакленә йырҙар (У. Иҙелбаев көйө), «Өйҙәштәр» сериалы өсөн «Рок үлде» йыры (Р. Пожидаев көйө), «Бирешмә!» телесериалында «Селпәрәмә», «Бирешмә» (Айҙар Хәмзин көйө) йырҙары яңғырай[11].

Урыҫ телендә яҙылған шиғырҙары

  • Проснуться на твоем плече… (2016)
  • Старшая (2016)
  • Сквозь серость моросящего дождя… (2016)
  • Вино (2015)
  • Покорение столицы (2014)
  • Одноклассник (2014)
  • Аквариум любви (2014)
  • Весна (2014)
  • Улетаю (2014)
  • Долгое настоящее (2014)
  • Части (2014)
  • Товарный состав (2014)
  • Глаза волка (2014)
  • Дикий зверь (2014)[12]

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре