Һин, мин һәм бар донъя


«Һин, мин һәм бар донъя» (рус. «Ты, я и весь мир») — башҡорт телен еңел һәм аңлайышлы формала үҙләштерергә теләгән йәштәр өсөн Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы тарафынан әҙерләнгән веб-сериал. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына 2024 йылда Өфөлә төшөрөлгән. Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева[1].

Тасуирламаһы

«Һин, мин һәм бар донъя» хәҙерге ваҡытта йәштәр араһында иң популяр медиаконтенттарҙың (рус.)баш. береһе булған веб-сериал итеп эшләнгән. Ул һәр береһе 7,5—10 минут дауам иткән һәм уйын сюжетына ҡоролған 20 сериянан тора. Төп геройҙар Данияр һәм Гөлнараның романтик мөнәсәбәттәре һәм уларҙың үҫеше башҡорт телендә һөйләү-аралашыу формаһында тәсуир ителә[2].

Төп тәғәйенләнеше

Башҡорт телен белмәгән һәм махсус шөғөлләнергә мөмкинлеге булмаған, әммә башҡорт теленең база кимәлен еңел һәм аңлайышлы формала үҙләштерергә теләгән 14—35 йәштәгеләр аудиторияһы.

Сериалдың маҡсаты һәм бурыстары

  • Йәштәр араһында башҡорт телен һаҡлау һәм уларҙы телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу;
  • Егет һәм ҡыҙҙарҙың иғтибарын туған телде өйрәнеүгә йүнәлтеү, уларға ауыр ҡағиҙәләрһеҙ башҡорт телен үҙләштереү өсөн алымдар тәҡдим итеү;
  • 300-ҙән дә кәм булмаған һүҙҙе һәм һүҙбәйләнеште үҙләштереү;
  • Өфө ҡалаһының туристик йәлеп итеүсәнлеген арттырыу.

Серияларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе

undefined

1-се серия

Радмир Ләйсән менән таныша һәм шунда уҡ бик ябай һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе өйрәнә. Был төрки телдәр структураһының (рус.)баш. үҙенсәлеген аңларға ярҙам итә[3].

2-се серия

Башҡорт алфавитында 42 хәреф бар. Үҙенсәлекле һуҙынҡыларҙы һәм тартынҡыларҙы ғына түгел, башҡортса башҡа һуҙынҡыларҙы һәм тартынҡыларҙы әйтеүҙе лә өйрәнеү[4].

3-сө серия

Айырым тартынҡылар шул тиклем ҡатмарлы түгел, иң мөһиме — әйтелеш принцибын аңлау. «В» хәрефе һәм өнө менән танышыу, уны хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә хатта дикторҙар һәм артистар ҙа дөрөҫ әйтмәй[5].

4-се серия

Ниндәй хәреф башҡорт телендә иң ҡунаҡсыл? Әйтелеште өйрәнеүҙе дауам итә, бер үк ваҡытта һүҙлек запасы тулыландырыла. Шулай уҡ сингармонизм — өндәр гармонияһы принцибы аңлатыла[6].

5-се серия

Башҡорт телендә «мин», «һин» йәки «ул» нимә эшләгәнде, йәки «миңә», «һиңә», «уға» тигәнде аңлау бик еңел. Күрһәтеү алмаштарын һәм ҡылымдарҙы хәтерләүҙең иң еңел ысулы тәҡдим ителә[7].

6-сы серия

Маҡтау һүҙҙәрен әйтергә өйрәнеү. Сифаттар һәм ялғауҙар — башҡорт телендәге иң еңел темаларҙың береһе. «Не» урынына кире ҡағыу формалары күрһәтелә[8].

7-се серия

Предмет атамаһынан предмет билдәһен яһау. Башҡорт телендә булмаған теркәүестәрҙе, мәҫәлән, рус телендәге «с» теркәүесен алмаштырыу. Йыш ҡулланылған ҡылымдарҙы өйрәнеү һәм телмәрҙе төҫтәрҙе аңлатыусы һүҙҙәр менән тулыландырыу[9].

8-се серия

Төҫтәрҙе һәм кеше тәненең өлөштәрен өйрәнеү. Телмәрҙе бер тамырлы һүҙҙәр менән тулыландырыу принциптары[10].

9-сы серия

Йыл миҙгелдәрен һәм тәүлек ваҡытын, улар менән бергә донъяның яҡтарын өйрәнеү. Төрлө мәғәнәле, әммә бер төрлө яңғыраған һүҙҙәр — омонимдарҙы өйрәнеү. «Туған» һәм «тыуған» һүҙҙәре араһындағы айырманы билдәләү[11].

10-сы серия

Ҡалалағы алтаҡталар буйынса башҡорт телен өйрәнеү. Уларҙа йыш осраған хаталар. Кеше тәненең өлөштәрен өйрәнеүҙең дауамы[12].

11-се серия

Әҙәби телдең өҫтөнлөктәре. Күп һанлы ялғауҙарҙар. «Беҙ, һеҙ, улар» менән бәйле "лингвотамға"ларҙы өйрәнеү[13].

12-се серия

Күплек һандарының формалары. Рус телендәге «куда?» һәм «где?» тигән һорауҙарға башҡорт телендәге яуаптар. Теркәүестәр булмағанлыҡтан, функциялары (рус.)баш. рус теленә ҡарағанда күпкә киң булған килештәр[14].

13-се серия

Килеш һәм күплек һандарының ялғауҙарын өйрәнеүҙең иң еңел ысулы — бер таблицала[15].

14-се серия

Актив һүҙлекте алмаштар һәм рәүештәр менән тулыландырыу. Телмәрҙә кәрәкле бәләкәй, әммә бик мөһим — көсәйтеүсе, һорау биреүсе һәм фаразлаусы киҫәксәләр. Радмир менән Ләйсән туған телдең тормоштағы роле тураһында хисле фекерҙәре менән уртаҡлаша. Һүҙҙәр запасын таныштарҙың исемдәре менән тулыландырыуҙың бик еңел ысулын өйрәнеү[16].

15-се серия

Һанарға өйрәнеү. Һандар — бөтә төрки телле донъя өсөн дөйөм, әйтелештә генә бер аҙ айырма бар. Башҡорт телендә һандарҙың сере[17].

16-се серия

Ваҡыт һәм аҡса — тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай. Ваҡыт һорарға өйрәнеү[18].

17-се серия

Башҡорт теленең быға тиклем үҙләштерелгән күп серҙәре нигеҙендә диалогтар төҙөү. Ҡылымдарҙың ваҡыт категорияһы. Үткән ваҡыт ҡылымы һәм уның ваҡыт категорияһы[19].

18-се серия

Ассоциациялар ысулы, омонимдар, урамдарҙағы яҙыуҙар, дуҫтарҙың исемдәре һәм башҡа серҙәр арҡаһында тулыланған һүҙҙәр запасы нигеҙендә үҙебеҙ, тирә-яҡ донъя тураһында һөйләү. Башҡорт теле ҡылымдарының киләсәк заманына ҡағылышлы сер. Һөнәр атамаларын өйрәнеү[20].

19-сы серия

Аш-һыу менән бәйле һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Телмәрҙе башҡорт телендә үҙенсәлекле әйтелеше булған үҙләштерелгән һүҙҙәр менән тулыландырыу. Туғанлыҡ терминдарын (рус.)баш. үҙләштереү[21].

20-се серия

Һүҙ яһауҙың тағы ике ауыр булмаған ысулын өйрәнеү. Ләйсән менән Радмир туған телдең тормоштарында ни өсөн мөһим роль уйнауы тураһында һөйләй. Ләйсәнде бик оҡшатҡан Радмир уға нисек тәҡдим яһау тураһында уйлай һәм яңы һүҙҙәр менән ярҙам итеүен һорай[22].

Иҫкәрмәләр

  1. Молодежный web-сериал Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир. Победитель конкурса. Фонд грантов Главы Республики Башкортостан (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. (рус.)
  2. Лейла Аралбаева. Молодежный сериал по изучению башкирского языка набирает популярность в сети. ИА «Башинформ» (19 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. (рус.)
  3. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_1 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  4. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_2 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  5. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_3 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  6. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_4 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  7. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_5 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  8. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_6 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  9. Һин, мин һәм бар донъя/Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_7 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  10. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_8 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  11. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_9 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  12. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_10 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  13. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_11 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  14. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_12 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  15. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_13 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  16. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_14 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  17. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_15 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  18. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_16 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  19. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_17 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  20. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_18 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  21. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_19 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
  22. Һин, мин һәм бар донъя/Ты, я и весь мир_20 серия (башҡ.). Союз кинематографистов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.