Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова (рус. Гюлли Арслановна Мубарякова; 1936 йылдың 9 сентябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2019 йылдың 20 феврале, Өфө) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры, театр режиссёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)[2].

Биографияһы

1936 йылдың 19 сентябрендә (Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса — 9 сентябрҙә[2]) Өфөлә тыуған. Актерҙар ғаиләһенән.

1959 йылда Мәскәүҙә Дәүләт театр сәнғәте институты ҡарамағындағы башҡорт студияһын (хәҙерге Рәсәй театр сәнғәте институты — ГИТИС; О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков оҫтаханаһы) тамамлай[2][3].

1959 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, 1996—1997 йылдарҙа — уның баш режиссёры. Театрҙың Художество советы ағзаһы.

1968—2008 йылдарҙа — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһыуҡытыусыһы, режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы профессоры (1993).

1961 йылдан — Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте (Башҡорт бүлексәһе; хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре берлеге (рус.)баш.) ағзаһы[2].

2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат була[4][5][6]. Мосолман зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969)[2];
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975 йылдың 5 майы) — совет театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[7];
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981 йылдың 17 июле) — совет театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[8];
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1990 йылдың 9 июле) — совет театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[2][9];
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) — М. Ғафури исемендәге Башҡорт театрында «Әсәләр көтәләр улдарын» спектакле өсөн[2][5];
  • Салауат Юлаев ордены (2007 йылдың 1 марты) — театр сәнғәте өлкәһендәге юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн[10];
  • Почёт ордены (2012 йылдың 21 авгусы) — ватан мәҙәниәте һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн[11];
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)[2];
  • Башҡорт АССР-ы Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы (1981);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1996);
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2000);
  • К. С. Станиславский премияһы (2016)[12];
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994)[2].

Ижады

Ролдәре

  • Ольга — «Эҙләнеү йылдары», А. Арбузов, 1960;
  • Пальмира — «Мөхәммәт», Вольтер;
  • Любовь — «Һуңғылар», М. Горький;
  • Алиман — «Ер-әсә», Л. Вәлиев, Сыңғыҙ Айтматовтың «Әсә яланы» повесы буйынса;
  • Зөмрәт һәм Нәркәс — «Нәркәс», И. Йомағолов;
  • Ғәлиә — «Тапшырылмаған хаттар», Ә. Ҡотой;
  • Хафиса — «Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов;
  • Тәңкәбикә һәм Шәфәҡ — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим;
  • Гөлнәзирә һәм Екатерина II — «Салауат. Өн аралаш ете төш», М. Кәрим;
  • Агазия — «Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим;
  • Мәҙинә — «Йәйәүле Мәхмүт», М. Кәрим;
  • Федора — «Ярлыҡау», М. Кәрим;
  • Оло инәй — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М. Кәрим;
  • Сәрүәр — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
  • Медея — «Медея», Еврипид;
  • Филумена Мартурано — «Филумена Мартурано», Эдуардо де Филиппо;
  • Оксана — «Гибель эскадры», А. Корнейчук (Рус академия драма театры);
  • Өләсәй — «Аҡ пароход», Сыңғыҙ Айтматов буйынса;
  • Фаягөл — «Мөхәббәт ҡараҡтары», Ф. Бүләков;
  • Ғелминур — «Яңғыҙҙар ташы», Ә. Ғаязов;
  • Әсәй — «Ҡаһым түрә», Б. Бикбай һәм Х. Ирғәлин;
  • Өләсәй — «Ағастар аяғүрә үлә», А. Касона.

Режиссёр

Фильмографияһы

  • 1978 — «Ай тотолған төндә» — Тәңкәбикә;
  • 2001 — «Ауыл өҫтөндәге йәйғор» — баш роль;
  • 2017 — «Ҡырағай» — әсәй.

Ғаиләһе

  • Әсәһе — Рәғиҙә Янбулатова (1915—1997), актриса, шағир, драматург, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955).
  • Атаһы — Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977), актёр, театр режиссёры, драматург, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
  • Ҡустыһы — Салауат Арыҫлан улы Мөбәрәков (1942—2018).
  • Ире — Рафаэль Сафин (1932—2002), совет, башҡорт шағиры һәм драматургы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
  • Улы — Аяз.
  • Ейәнсәре — Алһыу[13].
  • Ейәне — Урал, режиссёр, сценарист, продюсер, композитор, актёр[14].

Хәтер

  • 2021 йылдың октябрендә актриса хөрмәтенә маркаһыҙ почта карточкалары сыға (216 дана тираж менән)[15].
  • 2022 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә Г. Мөбәрәкова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[16].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. ↑ Гюлли Мубарякова. RUSKINO.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 25 июнь 2016 года.
  4. ↑ В Уфе ушла из жизни народная артистка СССР Гюлли Мубарякова. Башинформ (20 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  5. ↑ 1 2 В Уфе умерла народная артистка СССР и РСФСР Гюлли Мубарякова. ТАСС (20 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  6. ↑ Умерла народная артистка СССР Гюлли Мубарякова. РИА Новости (21 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  7. ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 5 мая 1975 года «О присвоении почётного звания заслуженной артистки РСФСР Мубаряковой Г. А.» Наука права. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  8. ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 17 июля 1981 года «О присвоении почётного звания „Народный артист РСФСР“ тов. Мубаряковой Г. А.» Наука права. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  9. ↑ Указ Президента СССР от 3 мая 1990 года № 352 «О присвоении почётного звания „Народный артист СССР“ тов. Мубаряковой Г. А.» Наука права. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 3 май 2019 года.
  10. ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 1 марта 2007 года № УП-67 «О награждении орденом Салавата Юлаева Мубаряковой Г. А.» Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  11. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2012 года № 1178 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 30 апрель 2022 года.
  12. ↑ Кумир нескольких поколений Гюлли Мубарякова отметила свой юбилей. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  13. ↑ Мой прадедушка Рафаэль Сафин. school-science.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  14. ↑ Урал Сафин. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  15. ↑ Издана почтовая карточка, посвящённая народной артистке СССР Гюлли Мубаряковой. Башинформ (25 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  16. ↑ В Уфе увековечили память народной артистки СССР Гюлли Мубаряковой. kulturarb.ru (9 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә