Хихлуха Лев Васильевич

Хихлуха Лев Васильевич (1937 йылдың 6 декабре, Туймазы, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 23 ғинуары, Мәскәү) — совет һәм Рәсәй архитекторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1989). РААСН академигы, Халыҡ-ара архитектура академияһының тулы ағзаһы[1]. Башҡортостан АССР Архитекторҙар союзы ағзаһы 1964 йылдан.

Биографияһы

Хихлуха Лев Васильевич 1937 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Туймазы ҡалаһында эшселәр ғаиләлә тыуған[2]. Атаһы Василий Ильич тимер юл станцияһында эшләгән, 1943 йылда фронтта һәләк булған. Әсәһе Елена Ильинична «Туймазанефть»тә эшләгән.

Мәктәпте тамамлағандан һуң 1955–1956 йылдарҙа электромонтёр булып эшләгән.

1962 йылда Свердловск ҡалаһындағы Ураль политехник институтын «Архитектура» һөнәре буйынса тамамлаған[2][1].

Уҡыуын тамамлағандан һуң Өфөлә «Башкиргражданпроект» институтында эшләгән, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Туймазы ҡалалары, Ҡандра, Серафимовский, Собханғол, Түбәнге Троицк бистәләре төҙөлөшө проекттарын етәкләгән[1].

Өфөлә Л. В. Хихлуха 45 мең кешегә иҫәпләнгән Урман Паркы районын, Октябрь проспектында 12 ҡатлы йорттар комплексын, Комаров, Менделеев урамдарында торлаҡ йорттарҙы, йәмәғәт һәм административ биналарҙы проектлаған[3].

1972–1978 йылдарҙа Өфөнөң баш архитекторы урынбаҫары, БАССР Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесе булған[2]. 1987 йылдан Мәскәүҙә РСФСР Дәүләт төҙөлөш комитетының торлаҡ- граждандар төҙөлөшө идаралығы начальнигы, РСФСР Архитектура һәм төҙөлөш эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары (1988–1994), Рәсәй төҙөлөш министры урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары (1994–1998) булып эшләгән.

1969 йылда Ишембайҙа асылған Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәлдең архитекторы (скульпторҙар Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев)[4], Өфөлә Мәжит Ғафури һәйкәлдең архитекторы (скульптор Л. Е. Кербель)[3].

1998 йылда Халыҡ-ара архитектура академияһы мөхбир-ағзаһы итеп һайланған.

2025 йылдың 23 ғинуарында 88-се йәшендә вафат булған[1][3]. Ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған.

Төп ҡоролмалар

Өфө, Стәрлетамак, Ишембайҙа планлаштырыу һәм төҙөү проекттары, торлаҡ йорттары.

Өфөлә транспорт идаралығы һәм трест КПД биналары, 5 мең урынлыҡ трибуналы ат сабышы; Стәрлетамакта ҡала советы бинаһы; Борисоглебскта 1–2–4 ҡатлы монолит торлаҡ йорттары; Ленинаканда (Әрмән ССР, 1989) объекттар.

Подмосковьела һарайҙар; Лыткарино, Сорғотта мансард ҡатлы ҡалҡыу йорттар реконструкцияһы проекттары.

Санкт-Петербург, Новочебоксарск, Северодвинскела торлаҡ йорттар реконструкцияһы проекттары.

Өфө сәнғәт училищеһы биналары комплексы (1971–1973).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1999)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия (1979)
  • «Почёт билдәһе» ордены (1987), «Дуҫлыҡ» ордены (1994)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1994)
  • Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе (1998)
  • Рәсәйҙең почетлы архитекторы (2002)[2][1].
  • Халыҡ-ара архитекторҙар академияһы ағзаһы[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Прощание с академиком РААСН Л. В. Хихлухой. РААСН (23 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 Хихлуха Лев Васильевич. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  3. 1 2 3 Скончался бывший председатель Госстроя Башкирии Лев Хихлуха. Новости Mail.ru (23 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  4. Хранители истории Ишимбая (чч. I, II), 2018
  5. Академия архитектуры и строительных наук. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Малоэтажные жилые дома для городской застройки повышенной плотности (в составе авторского коллектива), 1989.
  • Надземные территории. Эксплуатируемые плоские и чердачные крыши зданий (1994).
  • Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : чч. I, II // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 16 (18 апреля). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  • Хихлуха Л. В. Мансардный этаж: Основные правила проектирования и строительства. — 2012. — 52 с. — ISBN 978-5-9710-0472-1
  • «Архитектура российского села. Региональный аспект». Лев Хихлуха, Р. Багиров, С. Моисеева, Н. Согомонян. — Издательство: Архитектура-С. — Серия: Специальность «Архитектура». — ISBN 5-9647-0048-9; 2005.
  • Малоэтажные жилые дома. Примеры проектных решений (в составе авторского коллектива), 2006.
  • Реконструкция и модернизация жилищного фонда. СТО РААСН, 2008.
  • Реконструкция жилищ: организация технологии. Учебное пособие. (в составе авторского коллектива), 2008.

Һылтанмалар