Түбәнге Троицк

Түбәнге Троицк (рус. Нижнетроицкий) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 3817 кеше[2]. Түбәнге Троицк ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452784, ОКАТО коды — 80251839000. 1927 йылдан[3] 2004 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә булған.

Тарихы

1760 йылда Ҡаҙан даруғаһының Ҡыр-Йылан һәм Ҡаңлы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыйҙаш йылғаһы (Кама йылғаһы бассейны) буйында И. Г. Осокин Түбәнге Троицк баҡыр иретеү заводына нигеҙ һала. Завод 1760 йылда эшләй башлай. Ул Үрге Троицк заводы эргәһендә ярҙамсы завод итеп файҙаланыла[4]. Түбәнге Троицк ауылына 18 быуаттың 60‑сы йылдарында Түбәнге Троицк заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 йылда 189 йортта 1149 кеше йәшәгән[5].

Хәҙерге осор

Ауылда Түбәнге Троицк урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар. Башҡортостан буҫтау комбинаты урынлашҡан[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1735
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3118
1959 йыл 15 ғинуар 4273
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3963
2002 йыл 9 октябрь 3777
2010 йыл 14 октябрь 4008

Географик урыны

"Таллы-куль" детский лагерь в Нижнетроицском - panoramio.jpg

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 33 км.

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Буденный урамы (рус. улица Буденного)
  • Володарский урамы (рус. улица Володарского)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Горький урамы (рус. улица Горького)
  • Калинин урам (рус. улица Калинина)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Ҡыҙыл Армия урамы (рус. улица Красноармейская )
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Лермонтов урамы (рус. улица Лермонтова)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская )
  • НГДУ-ның ярҙамсы хужалығы урамы (рус. улица Подсобное х-во НГДУ)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
  • Тельман (рус. улица Тельмана)
  • Уҡытысы урамы (рус. улица Учительская)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. История села Нижнетроицкий. nizhnetroick.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2020. на официальном информационном сайте администрации сельского поселения Нижнетроицкий сельсовет
  4. Түбәнге Троицк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 1 2 Түбәнге Троицк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Троицк ауылы

Тема буйынса өҫтәмә