Ғәниев Камил Сәмиғулла улы

Файл:Ғәниев Камил Сәмиғулла улы.jpg
Генерал-лейтенант Камил Ғәниев

Ғәниев Камил Сәмиғулла улы (10 ғинуар 1922 йыл — 7 декабрь 1992 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Армия командующийы, генерал-лейтенант (1984). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, ике I дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры.

Биографияһы

Камил Сәмиғулла улы Ғәниев 1922 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Үрге Бишенде ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

Түбәнге Троицк ауылында йәшәгән. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1939 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1941 йылдың июленән Көнбайыш фронтта һуғыша.

1943 йылда — Көнбайыш фронтта 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры, өлкән лейтенант. 1942 йылда яралана[2].[2]

Көнбайыш фронты 33-сө армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1942 йылдың 22 сентябрендәге 529-сы приказы нигеҙендә 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры өлкән лейтенант Ғәниев «Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.[3][3]

Көнбайыш фронты 33-сө армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1942 йылдың 7 сентябрендәге 963-сө приказы нигеҙендә 104-се танк дивизияһы 145-се танк батальонының элемтә взводы командиры өлкән лейтенант Ғәниев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[4]

2-се Белорус фронты 5-се армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1944 йылдың 17 ғинуарындағы 4-се приказы нигеҙендә 43-сө гвардия танк бригадаһының 2-се батальоны командиры урынбаҫары Ғәниев I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[5].[5]

2-се Белорус фронты 49-сы армияһы ғәскәри берләшмәһенең 1944 йылдың 31 июлендәге 19-сы һанлы приказы нигеҙендә 43-сө гвардия танк бригадаһының 2-се полкы командиры урынбаҫары гвардия капитаны Ғәниев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[6].

Һуғышты гвардия майоры званиеһында тамамлай, И. В, Сталин исемендәге БТ һәм МВ Хәрби Академияһы тыңлаусыһы була.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң — 3-сө Белорус фронтының 101-се гвардия танк полкы командиры урынбаҫары.

Төркөстан хәрби округында хеҙмәт итә. Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай.

5-се армия (2-се формирование) командующийы итеп тәғәйенләнә.

Артабан Урта Азия хәрби округы командующийының 1-се урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Медеолағы шыуғынды бөтөрөү ваҡытында Алма-Ата ҡалаһын ҡотҡарыу буйынса эштәр начальнигы вазифаһын да башҡара.

1985 йылда I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Генераль штабтың Хәрби академияһында факультет начальнигы итеп тә тәғәйенләнә.

РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1992 йылдың 12 декабрендә Мәскәүҙә вафат булған.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
  2. 1 2 Ганеев Камиль Самигулович, 09.08.1942, эвакуирован, :: Донесение о потерях :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  3. 1 2 Ганиев Камиль Самигулович, Медаль «За боевые заслуги» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  4. Гонеев Камиль Самигулович, Орден Красного Знамени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  5. 1 2 Ганиев Камиль Самигулович, Орден Отечественной войны I степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  6. Ганиев Камиль Самигулович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  7. Ганиев Камиль Самигулович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.
  8. Ганеев Камиль Самигулович, Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 18 июля 2018.

Категориялар