Бикмәев Михаил Әхмәт улы

Михаил Әхмәт улы Бикмәев (рус. Бикмеев Михаил Ахметович; 1954 йылдың 4 майы, Ҡашҡалаша, Башҡорт АССР-ы) — хәрби хеҙмәткәр, тарихсы-ғалим. 1972—1992 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә, гвардия полковнигы (2003). 1993 йылдан Өфө ҡалаһы 130‑сы урта мәктәбенең директор урынбаҫары, 1997 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тарих һәм йәмғиәт белеме кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Хәрби фәндәр академияһы академигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәне өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.

Биографияһы

Михаил Әхмәт улы Бикмәев 1954 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ы Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуған[2].

1977 йылда Свердловск юғары хәрби-сәйәйси танк-артиллерия училищеһын тамамлай[3].

1977—1983 йылдарҙа Белоруссия хәрби округының Борисов ҡалаһында дислокацияланған 45‑се күнекмә танк дивизияһында хеҙмәт итә[2].

1986 йылда Мәскәүҙәге В. И. Ленин исемендәге Хәрби‑сәйәси академияны тамамлай[3].

1986—1990 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының Ҡушҡа ҡалаһында дислокацияланған 5‑се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[3]. 1989 йылда Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙа ҡатнаша[4].

1990—1992 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының Гөлистан ҡалаһында дислокацияланған Һырдаръя өлкә хәрби комиссариатының хәрби комиссар урынбаҫары. 1991 йылда СССР Генераль штабының Үҙәк курсын тамамлай[3]. 1992 йылдан һаулығы буйынса запасҡа сыға.

1993 йылдан Өфө ҡалаһы 130‑сы урта мәктәбенең директор урынбаҫары булып эшләй[2]. Башҡортостан Республикаһының Хәрби дан музейын ойоштороуҙа ҡатнаша.

1997—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. «Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала.

2003 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тарих һәм йәмғиәт белеме кафедраһы мөдире[5].

2004 йылда «Башкирская АССР в период Второй мировой войны. 1939-1945 гг.: Изучение исторического опыта обеспечения защиты Отечества» тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].

Фәнни эшмәкәрлеге

200‑ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, улар башлыса Башҡортостандың хәрби тарихына бағышланған. Гәзит-журналдарҙа (шул иҫәптән «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш» һ.б.) мәҡәләләр баҫтырып сығара.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Военный вклад Башкортостана в Победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — Уфа : Уфим. полигр. комбинат, 1997. — 145 с. — ISBN 5-85051-075-3.
  • Башкортостан — кузница офицерских кадров. — Уфа, 1998. — 120 с. — ISBN 5-85051-105-9.
  • История Военного комиссариата Республики Башкортостан. — Уфа : Уфим. полиграфкомбинат, 1998. — 125 с. — ISBN 5-85051-092-3.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәне өсөн» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре
  • Салауат Юлаев ордены
  • миҙалдар
  • Хәрби фәндәр академияһының 1-се дәрәжә А. А. Савечкин премияһы (2019)[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БИКМӘЕВ Михаил Әхмәт улы (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)
  3. 1 2 3 4 Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)
  4. Нафикова Альфия. Настоящий полковник. Газета Республика Башкортостан.
  5. Институт развития образования Республики Башкортостан. Официальный сайт. Кафедра гуманитарного образования. Бикмеев Михаил Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)
  6. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов dissercat.com, 2009-2024. Башкирская АССР в период Второй мировой войны. 1939-1945 гг.: Изучение исторического опыта обеспечения защиты Отечества. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 07.00.02, доктор исторических наук Бикмеев, Михаил Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)
  7. Академия военных наук. Определены лауреаты премии АВН за 2019 год (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024)

Әҙәбиәт

  • Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7.

Һылтанмалар

Категориялар