Түбәнге Сәрҙек

Түбәнге Сәрҙек (рус. Нижний Сардык) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452767, ОКАТО коды — 80251865007.

Тарихы

Түбәнге Сәрҙек (Бигән) ауылы 1676 йылдың 7 октябрендә типтәрҙәргә бирелгән батша грамотаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Яһаҡлы татарҙарҙың ер биләүенең нигеҙе булып уларға Ҡыр-Йылан башҡорттары 1753 йылдың 4 октябрендә биргән килешеү хаты хеҙмәт итә. Сәрҙекте икенсе төрлө Бигән тип атағандар. Тәүге исеме гидронимдан, ул алдағы. Икенсеһе — антропонимдан, сығышы буйынса һуңыраҡ. Бигәндең улдарын XVIII быуаттың һуңғы ревизияһы яҙып алған. Уларҙың өлкәндәре — Бигәнов Бигәш, ул 1713—1784 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары Баҡый, Назар, Сабир, Мәхмүт, Мәҡсүт, Биксәнтай. Икенсеһе — Собханғол Бигәнов, 1732 йылда ауылдың бер өлөшө Бигән тип аталған, бер осор уларҙың халҡы хатта айырым һаналған. Мәҫәлән, 1816 йылда Түбәнге Сәрҙек ауылында 20-гә тиклем, Бигәндә — 284 типтәр йәшәгән. Артабанғы ревизияларҙа һәм иҫәп алыуҙарҙа уларҙың халҡы бергә теркәлгән. 1783 йылда 158 типтәр, 1795 йылда 217 типтәр һәм 160 башҡорт, 1816 йылда 37 ихатала 304 типтәр, 1834 йылда 70 ихатала 481 типтәр, 1858 йылда 93 ихатала 506 типтәр, 1870 йылда 582 типтәр, 1895 йылда 943 типтәр, 1917 йылда 217 ихатала 1244 типтәр һәм 1 ихатала 8урыҫ, 1920 йылда 281 ихатала 1298 башҡорт йәшәй тип күрһәтелгән. Ике осраҡта (1795 һәм 1920 йылдарҙа) типтәрҙәр хаталы рәүештә башҡорттар тип атала, әммә башҡа ревизиялар материалдары буйынса улар бөтөнләй иҫәпкә алынмай[3]. Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

Хәҙерге осор

Ауылда башланғыс мәктәп (Татар-Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1298
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 570
1959 йыл 15 ғинуар 297
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 200
2002 йыл 9 октябрь 192
2010 йыл 14 октябрь 209

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (65 %), татарҙар (31 %)[5].

Географик урыны

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 21 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 20 км.

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 263. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Түбәнге Сәрҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Сәрҙек ауылы

Тема буйынса өҫтәмә