Уяҙытамаҡ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Уяҙытамаҡ
54°22′16″ с. ш. 53°25′10″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Туймазы районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452779
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 251 835 004
ОКТМО коды 80 651 435 116
ГКГН номеры 0525086

Уяҙытамаҡ (Рәсәй)
Уяҙытамаҡ
Уяҙытамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Уяҙытамаҡ

Уяҙытамаҡ (рус. Уязытамак) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 565 кеше[2]. Ҡарат ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452779, ОКАТО коды — 80251835004.

Уяҙытамаҡ ауылы — ҡыр-йыландар торамаһы, тәүҙә Уяҙы, һуңынан Уяҙытамаҡ (Уяҙы йылғаһының тамағы) тип атала. 1748 йылдың 14 декабрендә килешеү буйынса улар «башҡалар менән» бергә яһаҡлы татар Смайл Уразметовты үҙ аҫаба ерҙәренә индерәләр. 1786 йылдың 10 майындағы килешеүгә ярашлы, башҡорттар-ҡыр-йыландар ауылдарына 80 йылға яһаҡлы татарҙар Ғабдулатиф һәм Мортаза Ғәбделкәримовтарҙы һәм Әмир Ермәковты 10 йән менән, аҫабаларға ихатанан йылына 15 тин түләү шарты менән, ҡабул итә. Мәскәү ауылынан килгән яһаҡлы татарҙар типтәрҙәр ҡатламына күскән[3]..

Малсылыҡ, игенселек, сана эшләү менән шөғөлләнгәндәр. 1870 йылда ауылда мәсе, ике йорт хужаһының һәр береһендә бер тирмән булған. 1834 йылда 248 башҡорт 32 бот ужым, 928 бот ярауай иген, 8 бот картуф сәсә. 1906 йылда мәсет, 3 һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән[4]. Ауылда 1795 йылда 66 башҡорт, 10 яһаҡлы татар; 1816 йылда 40 йортта 78 ир-ат башҡорт, 12 ир-ат яһаҡлы татар, 38 ир-ат типтәр; 1834 йылда 26 йортта 248 башҡорт, 58 ир-ат типтәр; 1850 йылда 162 ир-ат башҡорт, 59 ир-ат типтәр; 1859 йылда 193 ир-ат башҡорт, 93 ир-ат типтәр; 1870 йылда 90 йортта 656 башҡорт; 1905 йылда бөтәһе 192 йортта 544 ир-ат һәм 575 ҡатын-ҡыҙ; 1920 йылда 268 йортта 706 ир-ат һәм 768 ҡатын-ҡыҙ башҡорт һәм типтәрҙәр йәшәгән[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1474
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1172
1959 йыл 15 ғинуар 1106
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 597
2002 йыл 9 октябрь 557
2010 йыл 14 октябрь 593

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (48 %), татарҙар (47 %)[5].

Уязы-Тау - panoramio.jpg

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарат): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 36 км.


Урам исеме[7]:

  • Имәнлек урамы (рус. улица Дубки)
  • Йондоҙло урамы (рус. улица Звездная)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Ҡыҙыл Түбә урамы (рус. улица Красный холм)
  • Туғай тыҡрығы (рус. переулок Луговой)
  • Нурлы урамы (рус. улица Лучистая)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәйғорло урамы (рус. улица Радужная)
  • Алһыу шәфәҡ урамы (рус. улица Розовых закатов)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Һабантуй урамы (рус. улица Сабантуй)
  • Ҡояшлы (урамы) (рус. улица Солнечная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Таң урамы (рус. улица Утренняя)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Таҙа ысыҡ урамы (рус. улица Чистых Рос)
  • Көньяҡ СНТ биләмәһе (рус.  территория СНТ Южный)
  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 251. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. 1 2 Уяҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Уяҙытамаҡ ауылы
  8. Дорога памяти. Акбаров Нигматулла 2022 йылдың 27 ноябрь көнөндә архивланған.