Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы
Биографияһы
Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы Әҡбәров 1913 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Уяҙытамаҡ ауылында тыуған.
1941 йылдың 28 авгусында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Ҡыҙылармеец Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә.
Һуғыш осоронда күрһәткән ҡаһарманлыҡтары биш «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана.
1945 йылдың 20 февралендә сираттағы ҡаһарманлығына 2-се Белорус фронтының 05Н һанлы бойороғо баһаһы.
| 12 миллиметрлы мина батареяһы миномётчигы ҡыҙылармеец Әҡбәров Ниғмәй 1945 йылдың 8 февралендә Эльбияг ҡалаһы өсөн һуғыш барышында, боеприпастар бөтөргә торған яуаплы мәлдә, дошмандың көслө артиллерия уты аҫтында, батареяны (доставил более) 400 (выстрелов) атыш яһарлыҡ боеприпас менән тәьмин итте. Һәләк булған миномёт тоҫҡаусы урынына баҫып, үҙенең миномёты менән боеприпастары һаҡланған дошман келәтен яндырҙы, ике эре калибрлы пулемётты, тура тоҫҡаусы ике орудиены һәм 20-нән ашыу немец һалдатын юҡ итте[3]. |
Наградалары
Хәтер
Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Туймазы районы Уяҙытамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 17. Номер документа 84[5].
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Акбаров Нигматулла Сибагатуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Акбаров Нигматулла Сибагатуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Дорога памяти. Акбаров Нигматулла 2022 йылдың 27 ноябрь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Туймазинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дорога памяти. Акбаров Нигматулла 2022 йылдың 27 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы. Акбаров Нигматулла Сибагатуллович
- ↑ 1 2 Память народа. Акбаров Нигматулла Сибагатуллович
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Туймазинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
- ↑ Нигматулла Акбаров