Төпкилде

Төпкилде (рус. Тюпкильды) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 204 кеше була[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845004.

Тарихы

Хәҙерге Туймазы районы составына ингән бөтә Ҡаңлы тораҡ пункттары Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Нөгөш йылғаһы эргәһендәге 6 ауыл 12-се башҡорт кантонының 17-се тирмәһен тәшкил итә. Бөтә тораҡ пункттарының да йәшәүселәре — ерһеҙ башҡорттар, улар ҡаңлылар тарафынан керҙәштәр хоҡуғында ҡабул ителгәндәр.

Ауылдарҙың тәүгеһе Төпкилде тип атала. Уны тәүге телгә алыу ҡаңлы-аҫабалар ерһеҙ башҡорттарҙы бында индергәс, 1714 йылға ҡарай. Ауыл тарихын халыҡ ошолай хәтерләй: «Туймазы районының Төпкилде ауылы ултырған тирәгә 1650-се йылдарҙа Бөрйән районы урмандарын ярып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйында тыуып үҫкән Арыҫланбәк исемле башҡорт барып төпләнә. Уны был яҡтағы ер-һыуҙарға хужа булып, нәҫеле менән төпләнеп ҡалһын тип, атаһы күсереп ултырта. Ул нигеҙ һалған ауыл уның исеме менән Арыҫланбәк тип атала, ә ауылы янынан ағып ятҡан йылғаға тыуған яҡ иҫтәлеге итеп Нөгөш тип исем ҡуша. Ә үҙенең улы тыуып ҙурайғас, уға яҡында Төпкилде утары һалып бирә. Бөгөнгө башҡорт ауылы Төпкилде Арыҫланбәк мырҙа улының исеме менән аталған („Ағиҙел“ журналындағы „Собханғол, Арыҫланбәк, Бикмәт“ исемле мәҡәлә. Авторы Мир Мөхәмәтйәнов (йылы яҡынса 1986))»

Ауылдың үҫешен түбәндәге мәғлүмәттәр буйынса күҙәтеп була:

Йылдар башҡорттар типтәрҙәр
1795 180/22* 4
1816 284/26 10
1834 386 12
1859 609/68
1870 632/98
1895 978/160
1905 1110/117
1920 1114/232
  • Знаменателдә ихаталар һаны күрһәтелгән.

Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 1859 йылда бөтә халыҡты керҙәштәр тип атағандар, был ысынбарлыҡҡа тап килә, 1870 йылда — башҡорттар, башҡа йылдарҙа — типтәрҙәр тип атағандар. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡаңлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Айлы улусынан сыҡҡандар (улустар 1781—1782 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр).

Шулай итеп, Төпкилде ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.

1843 йылда 386 башҡортҡа 272 бот ужым һәм 1744 бот ярауай иген, 48 бот картуф ултыртыла[3].

Хәҙерге осор

Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм ҡеүәте — 2,2 МВт булған ел электр станцияһы эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1114
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 818
1959 йыл 15 ғинуар 463
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 204
2002 йыл 9 октябрь 193
2010 йыл 14 октябрь 209

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар (87 %)[5].

Географик урыны

Ауыл Нөгөш йылғаһы буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Яҡында Рәсәйҙә иң эре ел электростанцияларының береһе — ЕЭС Төпкилде урынлашҡан[6][7].

Ветряная электростанция, расположенная около деревни Тюпкильды Туймазинского района Республики Башкортостан РФ.jpg

Алыҫлығы:[8]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 43 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәйрән): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 12 км.

Урамдары

Урам исеме[9]:

  • Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
  • Автозаправкалау станцияһы биләмәһе (рус. территория Автозаправочная станция №35)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)

Билдәле шәхестәре

  • Муса Сиражи (1.02.1939—14.09.2019), шағир, журналист. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
  • Сәлихов Азат Әҡсән улы (20.07.1949), ғалим-йылылыҡ энергетикаһы инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1998—2001 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1995) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999)[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Төпкилде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Тюпкильдинские ветряки 2017 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  7. «Зелёная» энергия. Проблемы резервных источников электроснабжения
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  9. «Налог Белешмәһе» системаһында Төпкилде ауылы
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Сәлихов Азат Әҡсән улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2019)

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә