Иҫке Собханғол (Туймазы районы)
Ауыл | |
Старое Субханкулово | |
---|---|
башҡ. Иҫке Собханғол | |
54°33′44″ с. ш. 53°48′45″ в. д.HGЯO | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Федерация субъекты | Башҡортостан Республикаһы |
Муниципаль район | Туймазы |
Ауыл биләмәһе | Собханғол ауыл советы |
Тарихы һәм географияһы | |
Тәүге телгә алыу | 1740 |
Элекке исеме | Собханғол, Зайкин, Егетәк, Смайкин |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 |
Халҡы | |
Халҡы | ↗784[1] кеше (2010) |
Һанлы идентификаторҙар | |
Почта индексы | 452774 |
Код ОКАТО | 80 251 861 003 |
Код ОКТМО | 80 651 461 111 |
Номер в ГКГН | 0303748 |
|
Иҫке Собханғол (рус. Старое Субханкулово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 784 кеше[2]. Собханғол ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 452774, ОКАТО коды — 80251861000.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаҙан юлы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙҙәренең ерҙәрендә Собханғол исеме аҫтында ауылға нигеҙ һалған. Собханғол 1740 йылдан билдәле (типтәрҙәрҙе ҡабул итеү датаһы). 1780 йылда ошо уҡ шарттарҙа бында яңы типтәрҙәр төркөмө урынлаша. Шулай уҡ Зайкин, Егетәк, Смайкин исеме аҫтында яҙып алынған.
Ауыл кешеләренең һөйләүҙәре буйынса, Аҙнағол халҡы Собханғол исемле яңы ауылға нигеҙ һалған. Уның элекке кешеһе, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Хәбибулла Муллайәлил улы Муллайәлилов, 1909 йылғы отставкалағы подполковник, атаһы төҙөгән тыуған ауылы тарихы тураһындағы яҙмалар нигеҙендә, уның алыҫ ата-бабаһы Собханғол Мансуров беренсе күскенсе булған, тип раҫлай. Беҙ уның менән бергә 1795 йылғы V ревизия материалдары буйынса эште асабыҙ, унда 56 йәше тулған Собханғол Мансуровтың, йәғни 1739 йылда тыуғанын күрәбеҙ. Ошо уҡ ауылда Мәсәғотов фамилиялы икенсе Собханғол да йәшәгән, ул 1758 йылғы.
Уларҙың береһен шул исемдәге ауылға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки был ауыл XVII быуатта билдәле булған. 1748 йылдың 14 декабрендәге һәм 1780 йылдың 1 февралендәге килешеүҙәр буйынса, бында ҡыр-йыландар яңы типтәрҙәр төркөмөн ҡабул итә. Тимәк, XVII быуатта йәшәгән өсөнсө Собханғол (йәғни йәше буйынса беренсе) булған[3].
1795 йылда 30 ихатала 192 кеше йәшәй, ә 1865 йылда 40 ихатала 392 кеше, 1895 йылда 84 ихатала 527 кеше, 1917 йылда 119 ихатала 674 кеше, ә 1920 йылда 130 ихатала 666 кеше йәшәй. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ һыу тирмәне һәм 2 бакалея кибете иҫәпләнә.
2008 йылдың 9 февралендә Собханғол Иҫке Собханғол тип үҙгәртелә[4].
2008 йылға тиклем ауыл Нөркәй ауыл Советы составында була[5].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 666 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 507 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 428 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 310 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 386 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 784 | 380 | 404 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урам исеме[6]:
- Асфальт урамы (рус. улица Асфальтная)
- Аҙнағол урамы (рус. улица Аднагуловская)
- Сейәле урамы (рус. улица Вишенка)
- Магистраль гараж кооперативы биләмәһе (рус. территория Гаражный кооператив Магистральный)
- Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
- Сағанлы урамы (рус. улица Кленовая)
- Магистраль урамы (рус. улица Магистральная)
- Тимер юл (урамы) (рус. улица Железнодорожная)
- Тимер юл тыҡрығы (рус. переулок Железнодорожная)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Нефтсе массив 5 СНТ биләмәһе (рус. территория СНТ Нефтяник массив 5)
- Нефтсе массив 6 СНТ биләмәһе (рус. территория СНТ Нефтяник массив 6)
- Нефтселәр урамы (рус. улица Нефтяников)
- Нуриманов урамы (рус. улица Нуриманова)
- Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
- Спутник гтк (рус. гск Спутник)
- Уҫы урамы (рус. улица Усенская)
- Көньяҡ (урамы) (рус. улица Южная)
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (15.03.1914—19.12.1987), нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927—15.09.2021),— инженер-нефтсе. Техник фәндәр кандидаты (1972). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), почетлы нефтсе (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһы (1977), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1989). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970,1976), «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Правительство Российской Федерации. Постановление от 09.02.2008 № 60
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Собханғол (Туймазы районы) ауылы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Правительство Российской Федерации. Постановление от 09.02.2008 № 60
- «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Собханғол (Туймазы районы) ауылы
- Субханкулово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.