Саҙретдинов Ғимад Саҙретдин улы
Саҙретдинов Ғимад Саҙретдин улы (рус. Садретдинов Гимад Садретдинович 1901 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Саҙретдинов Ғимад Саҙретдин улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Туймазы районы Түбәнге Троицк ауылында тыуа. 1941 йылдың 16 декабрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһының 294‑се кавалерия полкында политрук урынбаҫары булып хеҙмәт итә[1].
1951 йылдың 30 майында СССР Юғары Совет Президиумының 209/839 Указы менән 1942 йылдың 1 июненән 1942 йылдың 29 ноябренә тиклем осорҙа немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкәләнә. 1945 йылдың 9 майында Саҙретдинов Ғимад Саҙретдин улы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САДРЕТДИНОВ Гимад Садретдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Садретдинов Гимат Садретдинович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)