Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл
Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл (рус. Монумент первооткрывателям башкирской нефти) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһындағы монументаль сәнғәт әҫәре. Ишембай ҡалаһының һәм Башҡортостандың нефть сәнәғәте символы [1].
Тарихы
Монумент 1969 йылда Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында ҡуйылған[1][2]. Бетон плитәләр менән түшәлгән мемориаль майҙансыҡта урынлашҡан[2]. Ун ике метрлыҡ гранит фигура, ер аҫты байлығын асҡан геологтың (рус.)баш. мускуллы торсын һүрәтләй. Геолог, башын ауыш тотоп, көс менән Урал таштарын аҡтарып, нефть сығара. Һәйкәл ер аҫты байлыҡтарын асып, уны яулап алған кешенең ҙур рухи һәм физик көсөн сағылдыра[3]. Скульптура авторҙарының идеяһы буйынса, һәйкәл — ҙур таш эсенән үҫеп сыҡҡан батыр геолог фигураһын күрһәтә[1][2].
Ир-егет фигураһының дөйөмләштерелгән һыҙаттарында, гранит эшкәртелеүендә совет осороның хәрби монументтары йоғонтоһо һиҙелә — мәҫәлән, Е. В. Вучетичтың «Ватан-әсә саҡыра!» (Волгоград) скульптураһы йәки Силәбе ҡалаһында 1967 йылда ҡуйылған В. С. Зайковтың «Урал тураһында риүәйәт» һәйкәле. Был эштә лә яланғас атлетик кәүҙә таштан үҫеп сыға. Саҡ ҡына артҡа эйелгән һәм ҡулдарын ташҡа терәгән кеше ер аҫты тәрәнлегенә баҡҡан һымаҡ. Авторҙар фигураны (рус.)баш. көс һалыуҙан азат итеп, башҡарылған эштең ышаныслылығын раҫлай. Тәбиғәттең хаким көстәрен еңеүсе образы ул осор совет монументаль сәнғәте өсөн хас булған күренеш[4].
Тасуирлама
- Постамент: 4,5 × 6,3 м, бейеклеге — 0,6 м.
- Скульптура: бейеклеге — 12 м[1].
Постамент һәм скульптура Украинанан килтерелгән һоро граниттан эшләнгән[1][2].
Идеяның тарихы
«Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке өлкән инженеры А. Сәғәҙиев иҫтәлектәре буйынса, Валентин Шашин скульпторҙар Тамара Нечаева һәм Борис Фузеевҡа Башҡортостан нефтен асыусыларға һәйкәл идеяһын тәҡдим итә: кеше ҡаяларҙы айырып, ер аҫты байлыҡтарын аса. СССР нефть министры вазифаһында булған Шашин тәҡдиме буйынса һәйкәл Запорожье һоро гранитынан яһала. (А.Сагадеев. Им памятник — наш город// газ. Восход, 19 августа 2014, № 127-128 (12867-868). С.2)
Авторҙар
- Скульпторҙар: Тамара Павловна Нечаева һәм Борис Дмитриевич Фузеев[1].
- Архитектор: Лев Васильевич Хихлуха (1999 йылғы РФ Дәүләт премияһы лауреаты)[1].
Символикала ҡулланыу
2007 йылда почта бүлексәләрендә «Башҡорт нефте асылыуға 75 йыл» исемле рәсемле маркалы конверт (рус.)баш.баҫылып сыға. «Марка» нәшриәт үҙәге өсөн Ишембай ҡалаһы хакимиәте тәҡдим иткән фотоһүрәттә нефте асыусыларға арналған «ҡара алтын» һәйкәле байрамса күренештә күрһәтелә[5].
Хәҙерге ваҡытта
2022—2024 йылдарҙа монумент ҡуйылған Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында яңыртыу эштәре башҡарыла. Бында инженер селтәрҙәре яңыртыла, асфальт япма һәм тротуар плиткаһы алмаштырыла. Майҙанда күмәк саралар үткәреү өсөн амфитеатр эшләнә, эскәмйәләр, бәүелсәктәр һәм япмалар ҡуйылған ял итеү зоналары, заманса ҙур балалар майҙансығы, бөтә территорияла энергияны һаҡсыл файҙаланып яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары йыһазландырыла. Бында шулай уҡ күп йыллыҡ ҡыуаҡтар, емеш ағастары ултыртыла, газондар булдырыла. Майҙандың төп объекты булған Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл тулыһынса реставрациялана[6].
Тотошлайы менән яңыртылған майҙан 2024 йылдың 24 авгусында — Ҡала көнөндә асыла[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Хранители истории Ишимбая (чч. I, II), 2018
- ↑ 1 2 3 4 Узиков Ю. А. Памятник первопроходцам // БАШвестЪ : газета. — Уфа, 2003. — 5 сентября. Архивировано 23 сентябрь 2015 года. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2025)
- ↑ Сорокина В. Творец, гражданин и солдат // Бельские просторы : журнал. — Уфа, 2005. — № 6. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2025)
- ↑ Миннигулова Ф. М. Монументальная скульптура Башкортостана в 1950-1970-е гг.: к проблеме регионального своеобразия. — Вестник Башкирского университета. — Өфө, 2009. — Т. 14. — С. 208. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2025)
- ↑ На конверте — ишимбайский памятник. Инфо-выставочный портал «UfaExpo.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2025)
- ↑ 1 2 Азат Гиззатуллин. В Ишимбае открылась обновленная площадь Первооткрывателей башкирской нефти. ИА «Башинформ» (24 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025. (рус.)