Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы
Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы (10 июнь 1946 йыл, Ҡардаръя, Үзбәк ССР-ы) — СССР һәм Рәсәйҙең ҡурсаҡ театры артисы. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. «Незнайка на луне» мультсериалында Незнайка ролен тауышландырыу арҡаһында киң билдәлелек ала.
Биографияһы
Венера Тимерхан ҡыҙы Рәхимова 1946 йылдың 10 июнендә Үзбәк ССР-нда тыуған. 1967 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай һәм Башҡортостан ҡурсаҡ театры (БТК) эшләй башлай, шунда уҡ 1986 йылға тиклем эшләй. Бер йылдан Мәскәү ҡурсаҡ театрында эшләй башлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ыны атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1985) артисы.
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984) — С. Т. Айтматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса «Аҡ пароход» спектаклендә Малай образы, М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса «Ғәлимә» спектаклендә — Ғәлимә, |А. А. Толстойҙың «Буратино мажаралары» әкиәте буйынса Башҡорт ҡурсаҡ театрында ҡуйылған «Буратино мажаралары» спектаклендә — Буратино образдары өсөн
|[2].
Фильмографияһы
- «Лукоморье» телетапшырыуы (Пугало) — 1996—2000
- Карпов. Өсөнсө миҙгел (28 серия, Зина апай) — 2014
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Багуманов А., Фаизова Ф. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. — С. 122—123. — ISBN 5-295-02408-1.
Сығанаҡтар
- Энциклопедия Башҡортостанда
- Башҡорт энциклопедияһы 2017 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- От петрушки прометей самигуллин р. к. Өфө, 1993.
- Н. И. Смирнова. И… оживают куклы. Книга о кукольных театрах.. — М.: «Детская литература», 1982. — 164, 166 с.
Һылтанмалар
- Венера Рәхимова 2017 йылдың 7 август көнөндә архивланған.