Журавлёв Василий Николаевич
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1987 (83 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 2 август 1904 |
Вафат булған урыны |
Журавлёв Василий Николаевич (2 август 1904 йыл — 15 ноябрь 1987 йыл) — СССР кинорежиссёры, үҫмерҙәр өсөн совет киноһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. 1939 йылдан КПСС ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ артисы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Публицист һәм яҙыусы Н. В. Журавлёвтың атаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Николаевич Журавлёв[1]. 1904 йылдың 2 авгусында Рязанда бухгалтер һәм өй хужабикәһе ғаиләһендә тыуған. Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән атаһын армияға алалар, ә Октябрь революцияһынан һуң һалдаттар уны рота командиры итеп һайлай. Василий ул ваҡытта гимназияла уҡый, бер нисә тапҡыр фронтҡа ҡасып маташа, әммә уны өйөнә ҡайтаралар. Граждандар һуғышы башланғас, ул тағы алғы һыҙыҡҡа ҡаса, Ҡыҙыл гвардия сафтарына баҫа һәм һуғыштың аҙағына тиклем атаһының ҡул аҫтында хеҙмәт итә[2].
1923 йылда уҡыуын дауам итеү өсөн Мәскәүгә күсеп килә. Дуҫының кәңәше буйынса Кинематография дәүләт техникумының актёрлыҡ факультетына (режиссёрлыҡта ул мәлдә урын булмай инде) инә. 1924 йылда «Завоевание Луны мистером Фоксом и мистером Троттом» киносценарийын нәшер итә, был киносценарий беренсе совет мульфильмдарының береһе — «Планета-ара революция» мульфильмы нигеҙенә һалына (режиссёрҙары Зенон Комиссаров һәм Юрий Меркулов, шулай уҡ ГТК студенттары). Мультфильм Яков Протазановтың фәнни-фантастик таҫмаһы «Аэлита» өсөн өҫтәмә анимация итеп булдырыла, әммә һөҙөмтәлә уға индерелмәй һәм пародия формаһында айырым рәүештә сығарыла[3].
1927 йылда Журавлёв техникумды тамамлай. Актёр профессияһы менән үҙен бәйләргә теләмәгәнгә күрә 1928 йылда Сергей Юткевич төркөмөнә «Кружева» фильмын төшөрөүҙә ярҙамсы булып инә. 1929 йылда ул үҙенең беренсе үҙаллы фильмын — балалар өсөн «Приёмыш» исемле ҡыҫҡа метражлы комедияһын ҡуя. Бер йылдан ул тағы ла ике фильм сығара, уларҙың береһе — «Реванш» — 1905 йылғы ваҡиғаларға бағышланған балалар өсөн тарихи-революцион фильмы булараҡ ҙур уңышҡа ирешә. Был фильмға сценарийы Михаил Ромм өсөн кинола дебют эше була.
1936 йылда экрандарға совет экспедицияһының Айға беренсе осоуы тураһындағы «Космический рейс» фәнни-фантастик таҫмаһы сыға. Картина ике йыл дауамында төшөрөлә һәм эшләп сығарыу ваҡытында бик ныҡ ҡатмарлы була. Режиссер консультанты сифатында Константин Циолковский саҡырыла, ул шатланып риза була һәм постановканы «юғары дәрәжәлә кәрәкле һәм заманса» тип билдәләй. Төшөрөүҙәр өсөн ул махсус рәүештә ракетопландың 30 һыҙмаһын эшләй, 1947 йылда һыҙмалар "Космос сәфәрҙәре альбомы"на берләштерелә[4]. Циолковскийҙың сценарийҙы эшләп бөтөрөүҙә һәм космонавтика мәсьәләләрендә консультацияларҙа ҡатнашыуы командаға экранда төшөрөлгәндәрҙең барыһында ла тел тейҙермәҫлек тиерлек фәнни дөрөҫлөктө тәьмин итергә булышлыҡ итте[5]. Фильмдағы роле актёр Сергей Столяров өсөн уның дебют эше була.
1940 йылдарҙа Журавлёв диңгеҙ тематикаһына бер юлы ике популяр таҫма төшөрә: К. Д. Золотовскийҙың «Капитан Лаце» хикәйәһе буйынса «Гибель орла» (1940) һәм Жюль Верндың романы буйынса «Ун биш йәшлек капитан» (1945). Беренсе картинаһында һыу аҫты төшөрөүҙөре өсөн Ялтала дүрт мөйөш иллюминаторлы биш тимер-бетон шахталар эшләйҙәр. Шулай уҡ һыу аҫтында арбала йөрөй торған панорамаларҙы һәм эре пландарҙы төшөргән кабина эшләнә. Nөшөрөүҙәрҙә моряк — эпроновсылар (махсус тәғәйенле һыу аҫты эштәре экспедицияһы) ҡатнашалар.
«Ун биш йәшлек капитан» фильмы өҫтөндәге эштәр һуғыш тамамланыу менән башлана. Фильм романдың төп сюжет линияһын ғына — үҫмер Дик Сэндтың мажаралары — үҙ эсенә ала, Дик роле билдәле артист Всеволод Ларионовтың фильмографияһында тәүгеһе була. Төшөрөүҙәр Кавказ аръяғында, Батумиҙағы Приморье бульварында һәм ҡала тирәһендә үтә. Экрандарға фильм 1946 йылдың 9 апрелендә сыға һәм шаулы уңышҡа өлгәшә.
1960 йылдарҙа Журавлёв балалар тематикаһынан ситләшә. Героик-революцион һәм хәрби фильмдар, разведчиктар тураһында фильмдар, шулай уҡ документаль кино төшөрә.
1987 йылдың 15 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Введенск зыяратында ерләнгән[6].
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Режиссёр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1929 — Приёмыш (ҡыҫҡа метражлы)
- 1930 — Младший брат вуза (документаль)
- 1930 — Неизвестное лицо
- 1931 — Бомбист
- 1931 — Реванш
- 1935 — Космический рейс
- 1937 — Граница на замке
- 1939 — Борьба продолжается
- 1940 — Гибель «Орла»
- 1942 — Лесные братья («Лесные братья» Һуғышсан к/йыйылмала)
- 1947 — Мальчик с окраины
- 1950 — Цитрусовые культуры (фәнни-популяр)
- 1952 — Неразлучные друзья
- 1958 — Лавина с гор
- 1962 — Как я был самостоятельным
- 1965 — Черный бизнес
- 1967 — В небе только девушки (документаль-уйын)
- 1970 — Морской характер
- 1973 — Человек в штатском
- 1975 — Папа, мама и я (документаль)
- 1976 — Видимость ноль (документаль)
- 1980 — Всадник на золотом коне
Сценарист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1942 — Лесные братья («Лесные братья» Һуғышсан к/йыйылмала)
- 1945 — Пятнадцатилетний капитан (Г. Гребнер менән берлектә)
- 1965 — Черный бизнес (Н. Жуков менән берлектә)
- 1970 — Морской характер (Л. Соболев, О. Михальцева менән берлектә)
- 1973 — Человек в штатском (Д. Быстролётов менән берлектә)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981) — «Алтын атлы һыбайлы» («Всадник на золотом коне») фильмы өсөн.
- Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ артисы исемен «Лавина с гор» фильмы өсөн алды(1958).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
- ↑ Кокоревич Б. А. 20 режиссёрских биографий / сост. Р. Д. Черненко. — М.: Искусство, 1978. — 408 с.
- ↑ МЕЖПЛАНЕТНАЯ РЕВОЛЮЦИЯ . Аниматор.ру.
- ↑ C. Mettavant. Альбом космических путешествий Online . Французский сайт, посвящённый фильму.
- ↑ Б. А. Смирнов. Киносъёмка в невесомости // Техника кино и телевидения : журнал. — 1981. — № № 4. — С. С. 21—29. — ISSN 0040-2249.
- ↑ Василий Николаевич ЖУРАВЛЁВ
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Василий Журавлёв//Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с. — С. 105—107.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Журавлёв Василий Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2019)
- Могила В. Н. Журавлёва
- КПСС ағзалары
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 16 ноябрҙә вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- 2 августа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- XX быуат кинорежиссёрҙары
- Рәсәй кинорежиссёрҙары
- СССР кинорежиссёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат сценаристары
- Рәсәй сценаристары
- СССР сценаристары
- Алфавит буйынса сценаристар