Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы
Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡова (рус. Фердаус Мухаметвалеевна Нафикова; 1938 йылдың 20 марты, Өфө, СССР — 2008 йылдың 26 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1974), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1971), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977)[1].
Биографияһы
1938 йылдың 20 мартында Өфөлә тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнә[2].
1956 йылда Ленинград хореография училищеһын (педагогы Н. В. Балтасиева) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһына ҡабул ителә. Театрҙа дебюты — Зарема партияһы («Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев)[3].
1987 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Сәхнәгә 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай, башҡорт, рус һәм сит ил классик балеттарында төп партияларҙы башҡара.
1959 йылда Венала Йәштәр һәм студенттарҙың VII Бөтә донъя фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була.
1975 йылда СССР‑ҙың Ҙур театры саҡырыуы буйынса «Дон‑Кихот» балетында Китри, «Кармен‑сюита» балетында Кармен партияларын башҡара.
1986 йылдан Башҡорт хореография училищеһында (хәҙер Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы) педагог-репетитор булып эшләй[3].
2008 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә вафат була.
Төп партиялары
- Зарема — «Баҡсаһарай фонтаны», (дебют, 1957), Б. В. Асафьев;
- Одетта-Одиллия — «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский;
- Франциска — «Зәңгәр Дунай», И. Штраус;
- Медора — «Пират», А. Адан;
- Китри — «Дон Кихот», Л. Минкус;
- Кармен — «Кармен‑сюита», Ж. Бизе — Р. Щедрин;
- Көлһылыу — «Золушка», С. С. Прокофьев;
- Фани — «Тропою грома», Ҡ. Караев;
- Зәйтүнғол — «Сыңрау торна», Л. Степанов;
- Ғәлимә — «Ҡара йөҙҙәр», Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев;
- Тәңкәбикә — «Ай тотолған төндә», М. Әхмәтов[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- VII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959);
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1963);
- РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1971);
- РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1974);
- Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1977);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1981)[1].
Ғаиләһе
- Атаһы — Мөхәмәтвәли Нафиков, НКВД хеҙмәткәре. 1942 йылда 10 йылға һөргөнгә ебәрелә, әммә йыл ярымдан туберкулездан вафат була.
- Әсәһе — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, биш бала менән ҡала. Өс йылдан үпкә шешенән вафат була.
- Апаһы — Мәрйәм, Зифа[4].
Хәтер
- 2023 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә Октябрь революцияһы урамы, 9-сы йортта, балеринаның тыуыуна 85 йыл тулыу уңайынан, иҫтәлекле таҡтаташ асыла[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Р. Н. Хабирова. Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ее называли богиней танца. Башинформ (20 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 В Уфе увековечили имя Фердаус Нафиковой. Башкирский театр оперы и балета (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Мир, сотканный из танца и огня. vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
Һылтанмалар
- Р. Н. Хабирова. Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- В Уфе увековечили имя Фердаус Нафиковой
- Ее называли богиней танца
- Нафикова Фирдаус Мухаметвалеевна
- Фердаус Нафикова
- Мир, сотканный из танца и огня