Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы

Ильис Миңләхмәт улы Ямалетдинов (рус. Ильис Миниахметович Ямалетдинов; 1936 йылдың 17 ноябре, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы2022 йылдың 23 феврале, Өфө) — СССР һәм Рәсәй биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы, ағасты нәфис һырлау оҫтаһы, педагог, ағасты заманса нәфис эшкәртеүҙең башҡорт һөнәри сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Халыҡтар Дуҫлығы орденлы «Ағиҙел» производство берекмәһенең баш рәссамы (1986—1992)[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985)[2].

Биографияһы

1936 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районының Дәүләкән эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһы) тыуған[1].

10 класты тамамлағандан һуң Ленинград ҡалаһына китә, Төҙөлөш министрлығының 104-се тресында төҙөлөштә төрлө эштәрҙә, ташсы булып эшләй[3].

1957—1959 йылдарҙа В. И. Мухина исемендәге Ленинград юғары художество-сәнәғәт училищеһы ҡарамағындағы ағасты нәфис эшкәртеү оҫталарының ике йыллыҡ бүлегендә белем ала[4].

1973 йылда Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай[1].

2022 йылдың 23 февралендә Өфө ҡалаһында 86-сы йәшендә вафат була. Тыуған яғында — Дәүләкән ҡалаһында ерләнгән[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

В. И. Мухина исемендәге училищены тамамлағандан һуң дәүләт йүнәлтмәһе буйынса Полтава ҡалаһындағы ағас эшкәртеү комбинатында эшләй[4].

1960—1974 йылдарҙа ун дүрт йыл дауамында Бөрө ҡалаһындағы «Смычка» артелендә (артабан — Бөрө нәфис әйберҙәр эшләү фабрикаһы) рәссам-ағас һарлаусы, оҫта булып эшләй[2][4].

1974 йылда Өфө ҡалаһына күсә. 1974—1986 йылдарҙа — «Ағиҙел» производство берекмәһенең өлкән рәссам, 1986—1992 йылдарҙа — баш рәссамы[1].

1992—1995 йылдарҙа — Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире[1].

1995 йылдан 2017 йылға тиклем Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегендә ағасты нәфис эшкәртеү һәм махсус дисциплиналар буйынса уҡыта[2][4].

Ижады

Төп ижады башҡорт халыҡ ижады традицияларына таянған алдынғы биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының береһе булып тора. Художество практикаһында ағас һырлауҙың традицион алымдарын яңы пластик сиселештәр эҙләү менән оҫта яраштыра, әйберҙәрҙең ҡулланылыш уңайлылығын образдарҙың монументаль сағыулығы менән өҫтәмә гармонияға килтерә.

Төрлө ағас тоҡомдары (ҡайын, ҡарама, имән, йүкә, сәтләүек, кап тамыры) менән рельефлы һырлау, күләмле үтә тишеп һәм юнып һырлап техникаларында эшләй; ҡул ярҙамында тонировкалау, балауыҙлау, шымартыу, металл һәм ярым аҫыл таштар менән инкрустациялау алымдарын киң ҡуллана[1].

Төп әҫәрҙәре:

  • Башҡорттарҙың традицион ағастан юнылған һауыт-һабаһы һәм «ижау» сүместәре (ике бәләкәй сүмесле «Һабантуй» серияһы, 1980; «Тыуған моңдар» йыйылмаһы, 1997)[1];
  • Ҡымыҙ өсөн юнылған һауыттар («Бөрйән», 1985), бал, бишбармаҡ, сәк-сәк һауыттары, буҙа ҡойоу өсөн «Гөлсәсәк» сүмесе (1997)[1];
  • «Аҡбуҙат», «Умартасы», «Аттар», «Йәш парҙар» декоратив скульптура композициялары (1998)[1];
  • «Бал мискәһе тотҡан айыу» («Тәпән тотҡан айыу», 1967 йыл) сувенир композицияһы — Башҡортостан халыҡ кәсептәренең үҙенсәлекле билдәһенә әүерелә һәм Монреалдәге (Канада) Бөтә донъя умартасылар конгресында алтын миҙалға лайыҡ була[1][4].

Ижадына баһа

Сәнғәт ғилеме докторы Ә. Ғ. Йәнбухтина XX быуат Башҡортостан декоратив сәнғәтенә арналған монографик тикшеренеүҙәрендә И. М. Ямалетдиновтың ижадын традицион башҡорт халыҡ ағас һырлау сәнғәтенең профессиональ автор биҙәү-ҡулланма сәнғәте кимәленә күсеүенең төп этабы булараҡ билдәләй; оҫтаның традицион формалар семантикаһын (ижау, батман) тамыр һәм затлы ағас тоҡомдарын эшкәртеүҙең юғары мәҙәниәте менән бергә һаҡлап ҡалыуын айырып күрһәтә[5].

Күргәҙмәләре

1964 йылдан алып республика, шул иҫәптән биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре махсуслаштырылған күргәҙмәләрендә, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара смторҙарҙа даими ҡатнаша[1][4].

1969 йылдан алып 1992 йылға тиклем һөнәри оҫталығын күрһәтеп һәм башҡорт халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, сит ил биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә (Аргентина, Болгария, Германия, Дания, Һиндостан, Ираҡ, Канада, Польша, Португалия, АҠШ һәм Шри-Ланка) әүҙем ҡатнаша[4].

Оҫтаның шәхси күргәҙмәләре Дүртөйлө (1993), Мәләүез (1993), Бәләбәй (1994), Туймазы (1994), Октябрьский (1995), Ашхабад (Төркмәнстан, 1996), Өфө (1996, 2001—2002, 2012), Мәскәү (2007) ҡалаларында үтә[1][4].

2026 йылдың май — июнендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Ағас һырлаусылар көнөн байрам итеү һәм рәссамдың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан оҫтаның «Ағас: биҙәктән скульптураға тиклем» исемле юбилей ретроспектив күргәҙмәһе ойошторола[6][7].

Оҫта өс йөҙҙән ашыу авторлыҡ әҫәрен, шәхси архивын, эскиздарын һәм эш ҡоралдарын Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондына тапшыра[6][7].

Рәссамдың әҫәрҙәре шулай уҡ М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө ҡалаһы), Рәсәй этнография музейы (Санкт-Петербург ҡалаһы), Венгрия дәүләт этнография музейы (Будапешт ҡалаһы), Халыҡ ижады музейы (Шәки ҡалаһы, Әзербайжан), «Ағиҙел» Башҡорт халыҡ кәсептәре акционерҙар йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) йыйынтыҡтарында, «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы фондтарында, шулай уҡ Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана[1][4][8].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1995 йылдан — «Артыш» рәссамдар ижади берләшмәһе[1], 2002 йылдан — Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы (АИАП ЮНЕСКО) ағзаһы[9].

2006 йылдан Дәүләкән районында И. М. Ямалетдинов исемендәге балалар художество ижады асыҡ район конкурсының ойоштороусыһы һәм баһалама комиссияһының алмаштырғыһыҙ рәйесе булараҡ сығыш яһай[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресының Алтын миҙалы (Монреаль, Канада) — «Бал мискәһе тотҡан айыу» сувениры өсөн;
  • «СССР халыҡ хужалығындағы уңыштары өсөн» СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы (1977);
  • РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм РСФСР Рәссамдар союзының Иҫтәлекле миҙалы (1971);
  • Рәсәй Рәссамдар союзының «Рухиәт. Традициялар. Оҫталыҡ» алтын билдәһе[4];
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)[9];
  • Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт АССР-ы Дәүләт премияһы (1985) — Халыҡтар Дуҫлығы орденлы «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре берекмәһендә халыҡ-ҡулланма сәнғәте художестволы әйберҙәрен ижад иткән өсөн;
  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы» (1977);
  • Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәренең «Оло Урал оҫталары» төбәк күргәҙмәһе лауреаты дипломы (Ҡурған, 1999)[1];
  • Ағасты һырлау һәм биҙәү оҫталарының III Бөтә Рәсәй «Ағас — 2006» конкурсы дипломы (Түбәнге Новгород, 2006) «Күләмле көнкүреш әйберҙәрен һырлау» номинацияһы;
  • Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы дипломы[4].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районында йыл һайын БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы И. М. Ямалетдинов исемендәге Балалар ижады асыҡ конкурсы үткәрелә[4].
  • Мәҙәни мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индергәне һәм уникаль коллекцияны тапшырғаны өсөн оҫтаның исеме «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығының Почётлы дуҫтары китабына мәңгелеккә индерелгән[8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Ямалетдинов Ильис Миниахметович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  2. 1 2 3 4 Л. А. Иванова. В Уфе скончался заслуженный художник Башкортостана, выдающийся резчик по дереву Ильис Ямалетдинов. ИА «Башинформ» (24 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  3. В Уфе ушел из жизни заслуженный художник БАССР Ильис Ямалетдинов. culture.bashkortostan.ru (24 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Юбилейная выставка «Учитель и ученики» Ильяса Ямалетдинова. Уфимская художественная галерея (20 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  5. Янбухтина А. Г. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. — Уфа: Информреклама, 2006. — 219 с. — ISBN 5-94780-093-X.
  6. 1 2 Шепелева Л. Тёплое искусство // Республика Башкортостан. — 2026. — № от 29 мая.
  7. 1 2 В Национальном музее открылась выставка «Дерево: от узора до скульптуры». ГБУКИ РБ Национальный музей Республики Башкортостан (14 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  8. 1 2 Имя мастера резьбы по дереву Ильиса Ямалетдинова внесено в Книгу почётных друзей музея. ГБУ РИКМЗ «Древняя Уфа» (1 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.
  9. 1 2 Памяти Ильяса Миниахметовича Ямалетдинова. Региональное отделение ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан (24 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2026.

Әҙәбиәт

  • Янбухтина А. Г. Башкирские сувениры = Башҡорт сувенирҙары. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 128 с.;
  • Янбухтина А. Г. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. — Уфа: Информреклама, 2006. — 219 с. — ISBN 5-94780-093-X.;
  • Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: каталог 3-й республиканской выставки / авт.-сост. С. В. Игнатенко. — Уфа: Башкортостан, 2008. — 84 с.;
  • Башкирская энциклопедия. В 7 томах / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — Т. 7: Ф — Я. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-075-3..

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә