Ханов Олег Закир улы

Олег Закир улы Ханов (рус. Ханов Олег Закирович; 1951 йылдың 11 авгусы, Ҡыҙғы, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 30 сентябре, Ырымбур) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының (2024) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995), профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014).

Биографияһы

1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы.

2024 йылдың майында «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

2025 йылдың 30 сентябрендә Ырымбур ҡалаһында ҡапыл вафат була[3]. 2 октябрҙә Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә[4].

Төп ролдәре

  • Яго (У. Шекспир «Отелло»)
  • Аарне (Х. Вуолийоки «Таш оя»)
  • Тузенбах (А. П. Чехов «Өс һеңлекәш»)
  • Ҡарабай (С. Мөсөрәпов «Мөхәббәт хаҡында легенда»)
  • Абдрахман (Флорид Буляков «Эй, Бибинур, һин, Бибинур»)
  • Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»)
  • Мәхмүт (М. Кәрим «Йәйәүле Мәхмүт»)
  • Әҙәмшах (Мостай Кәрим «Ташлама утты, Прометей»)
  • Шомбай (Кирәй Мәргән «Шомбай»)
  • Мулла (Кәрим Тинчурин «Зәңгәр шәл»)
  • Сандро (Ибраһим Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»)
  • Полоний (У. Шекспир «Гамлет», 2005, ҡуйыусы режиссёр Р. Стуруа, Мәскәүҙәге «Сатирикон» театры)
  • Кендек (Мостай Кәрим «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»)
  • Мулино (Ж. Фейдо «Ҡатын-ҡыҙ тегенсеһе»)
  • Фредерик Леметр (Э. Шмит «Фредерик, йәки Енәйәттәр бульвары»)
  • Наполеон (И. Губач «Корсика һылыуы»)
  • Күсер, Хлопуша (А. С. Пушкин «Капитан ҡыҙы»)
  • Бруно (Ф. Кроммелинк «Ул яратҡан кеше»)
  • Ротмистр (А. Стриндберг «Атай»)
  • Арбенин (М. Лермонтов «Маскарад»)
  • Сарафанов (А. Вампилов «Оло ул»)
  • Ричард III (У. Шекспир «Ричард III»)
  • Светловидов (А. Чехов «Аҡҡош йыры»)
  • Момун бабай (Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса.

Ҡуйыусы режиссёр Л. Зайкаускас, инсценировка авторҙары О. Ханов менән Л. Зайкаускас, 2013).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Атаһы — Закир Ханов, совет театр актёры, Башҡор АССР-ының атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ артисы (1978); әсәһе — Шәмсинур Сиражетдинова, Сибай драма театры артисы. Ҡатыны — Анфиса Хафизова[7], совет актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Улы — Владислав, медицина фәндәре докторы[8].

Актёр тураһында мәҡәләләр һәм уның менән әңгәмәләр

  • Романов В. Видные деятели театра Башкортостана: Олег Ханов (К 65-летию актёра и режиссёра). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 август[9].
  • Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[10].
  • Олег Ханов: «Театрға яҡыныраҡ булайыҡ». «Башҡортостан» гәзите. 2015, 6 июнь.
  • Олег Ханов: мы живем заботой друг о друге. Общественная электронная газета. 2015, 31 марта. (рус.)
  • Әбүзәров С. «Сәхнә ханы». «Башҡортостан» гәзите. 2014, 3 октябрь.
  • Олег Ханов: Театр ҡыуанысым да, йыуанысым да. «Тамаша» журналы, № 4, 2010, 28—37 биттәр[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ», 11 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019) (рус.)
  2. Радий Хабиров накануне Дня Победы вручил государственные награды. ИА «Башинформ», 8 мая 2024 года (Тикшерелеү көнө: 8 май 2024)
  3. Элина Ахметова. В Оренбурге умер народный артист Башкирии и России Олег Ханов. ИА «Башинформ» (30 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025. (рус.)
  4. Лейла Аралбаева. В Уфе на прощании с Олегом Хановым актера назвали титаном башкирской сцены. ИА «Башинформ» (2 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  5. 1 2 http://www.bashinform.ru/news/920542-khudruk-bashkirskogo-dramteatra-oleg-khanov-nagrazhden-ordenom-salavata-yulaeva-i-medalyu-kurultaya-/ Худрук Башкирского драмтеатра Олег Ханов награжден орденом Салавата Юлаева и медалью Курултая башкир
  6. В Башдрамтеатре Олега Ханова поздравили с вручением медали «Василий Шукшин» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева), 28 сентябрь 2015 йыл (рус.)
  7. Анфиса Хафизова. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  8. Семейная история большой страны. vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  9. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 август (Тикшерелеү көнө: 11 август 2016)
  10. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь
  11. «Тамаша» журналы, № 4, 2010