Көньяҡ зыярат (Өфө)
| зыярат
Көньяҡ
|
Көньяҡ зыярат — Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһенән алыҫ түгел, Вавилов ауылы янында урынлашҡан ҡәберлек. 2016 йылдың 19 декабренән яңы урындарҙа ерләүҙәр башҡарылмай[1]. Ҡәберлек биләмәһендә часовня төҙөлгән[2].
Адресы
Өфө ҡалаһы, Әхмәтов урамы, 400 к3.
Тарихы
Өфө ҡала советы башҡарма комитетының 10-1-68-се ҡарары һәм Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 31 декабрендәге 1819-р һанлы бойороғо менән Өфө ҡалаһы зыяраты өсөн ер участкаһы һайлау буйынса комиссия акты раҫлана. БАССР дәүләт планына ҡала зыяратын проектлауға лимит булдырырға тәҡдим ителә.
1974 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 5-31-се Ҡарары нигеҙендә «Көньяҡ» зыяратын булдырыу өсөн Өфө районы биләмәһендә Башҡортостан Ауыл хужалығы институтының Дмитриевка уҡыу-тәжрибә урман хужалығындағы 50-се кварталда «Дәүләт урман фонды» еренән 68,56 гектар бүленә һәм кәрәк булған һайын урман ҡырҡырға рөхсәт ителә. 1974 йылдың 26 июлендә ерҙән файҙаланыу хоҡуғына акт бирелә, был хаҡта ерҙе файҙаланыуҙы теркәү дәүләт китабында өлкән район ер төҙөлөшө белгесе П. Черников 304-се яҙыу ҡалдыра. «Көньяҡ» зыяратын төҙөү проекты тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1994 йылдың 13 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты күрһәтмәһе менән «Көньяҡ» зыяратын киңәйтеү өсөн Өфө районының «Өфө» совхозы ерҙәренән 10 гектар һөрөнтө ер бүленә.
1999 йылдың 27 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты күрһәтмәһе менән 0,4 гектар майҙанлы ер участкаһын зыярат ихтыяждары өсөн Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
2001 йылдың 14 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты күрһәтмәһе менән «Көньяҡ» зыяраты ихтыяждары өсөн «Өфө» совхозы ерҙәре составынан өс гектар майҙанда ер участкаһы бүленә.
2002 йылдың 3 июнендә Башҡортостан Республикаһы Өфө районы хакимиәте ҡарары менән «Көньяҡ» зыяратын киңәйтеү өсөн биш гектар майҙанлы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр составынан ер участкаһы бирелә.
2004 йылдың 10 февралендәге күрһәтмә менән «Өфө» совхозына ҡараған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр составынан «Көньяҡ» зыяратын киңәйтеү өсөн 12 гектар майҙанлы участка бүленә.
2008 йылдың 13 майында ҡәберлектәр урынлаштырыу өсөн 99 гектар майҙанда ер участкаһы мөҙҙәтһеҙ файҙаланыу хоҡуғында кадастр иҫәбенә ҡуйыла.
2010 йылдың 2 декабрендә Өфө районы муниципаль район хакимиәте башлығының 2333-сө ҡарары менән зыярат урынлаштырыу өсөн Өфө ҡалаһының «Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты» муниципаль бюджет учреждениеһына мөҙҙәтһеҙ файҙаланыу хоҡуғында 99 гектар майҙанда ер участкаһы бирелә[2].
Дан аллеяһы
Көньяҡ зыяраттың үҙәк өлөшөндә Дан аллеяһы урынлашҡан, Унда Өфөлә йәшәгән Советтар Союзы Геройҙары, шулай уҡ республиканың күп кенә күренекле эшмәкәрҙәре ерләнгән. Бында һуңғы төйәктәрен тапҡандар араһында Советтар Союзы Геройҙары Мансур Абдуллин, Александр Михайлов, Василий Томаров, Николай Морев, совет хужалыҡ эшмәкәре, Өфө моторҙар заводы (хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производствоһы берекмәһе) директоры Михаил Ферин, Федераль именлек хеҙмәте генерал-майоры Эмир Ниғәмәтйәнов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов һәм башҡа билдәле кешеләр бар[2].
Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған яугирҙарға һәйкәл
Көньяҡ зыяратта Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарға обелиск ҡуйылған. Мемориаль таҡтала: «Батырлыҡтары менән үлемде еңгән йәштәштәребеҙ иҫтәлегенә» тигән һүҙҙәр яҙылған. Афғанстандағы һуғыш йылдарында был ил биләмәһендәге ғәскәрҙәрҙә Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу һалдат һәм офицер хәрби хеҙмәт үтә, уларҙың 343-ө һәләк була[2].
Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк булғандар мемориалы
2003 йылдың 13 июлендә зыярат биләмәһендә 2002 йылдың 2 июленә ҡаршы төндә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк булғандарға мемориал асыла. Мемориалды һуңынан Өфөнөң баш архитекторы булып киткән Рәмзит Маскулов тормошто һәм үлемде кәүҙәләндергән аҡ һәм ҡара мәрмәр бағаналарҙан стела формаһында (башҡа фараздар буйынса — осоп киткән һәм ҡолаған самолет эҙҙәре) эшләй, улар тирәләй күккә спираль рәүешендә һәләк булғандарҙың йәндәрен кәүҙәләндергән алтын самолеттар китә[3][4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Газета "Республика Башкортостан". В Уфе на Южном кладбище «кончились места». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Южное кладбище. pomnim.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ Состоялось открытие мемориального комплекса жертвам авиакатастрофы. ИА «Башинформ» (13 июль 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ Слезы Башкирии: детский рейс, упавший с неба. Фоторепортаж. ООО «ИД Свободная пресса». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ Делегация из Германии прибывает в Башкортостан на открытие мемориала (12 июль 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.