Абдуллин Мансур Иҙиәт улы
Абдуллин Мансур Иҙиәт улы | |
---|---|
Мансур Иҙиәт улы Абдуллин татар. Мансур Һидият улы Габдуллин | |
![]() | |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1919 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы[1] |
Вафат булған көнө | 8 июнь 1996 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1939—1944 |
Хәрби звание | |
Хәрби алыш/һуғыштар | Бөйөк Ватан һуғышы |
Награда һәм премиялар |
Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (15 сентябрь 1919 йыл — 8 июнь 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, педагог. Еңел артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). 1945 йылдан ВКП(б) /КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Мансур Иҙиәт улы Абдуллин 1919 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған[2].
1927 йылда Ҡырғыҙ-Миәкә урта мәктәбенә уҡырға инә, һуңыраҡ ауылдағы колхозда эшләй.
1937 йылда Үзбәк ССР-ына китә. Ленинск, хәҙерге Үзбәкстандың Андижан өлкәһе Асака ҡалаһында «Аркабеш» эшселәр артелендә наҙанлыҡты бөтөрөү уҡытыусыһы булып эшләй[3].
1938 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1939 йылда) Фергана өлкәһенең Ленин район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла[4].
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була[4]. 1941 йылдың көҙөндә яралана һәм госпиталгә дауаланырға ебәрелә. Һауыҡҡандан һуң 1942 йылдың июлендә хәрби хеҙмәткә кире ҡайта[2]. Көнбайыш, Үҙәк, 2-се Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында, Смоленск, Сталинград Һәм Курск алыштарында ҡатнаша[3].
1943 йылдың 5-9 июлендә Теплое-Самодуровка ауылдары янында барған алышта ордияһын алғы һыҙыҡа сығара, тура наводка менән атып ике немец танкын ҡыйрата, дошмандың ротаға яҡын пехотаһының тармар итә. Был ҡаһармалығы өсөн 1943 йылдың 10 июленә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
1943 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Фатеж районы Молотычи ауылы янында 167-се гвардия еңел артиллерия полкының (3-сө гвардия еңел артиллерия бригадаһы, 1-се гвардия артиллерия дивизияһы, 70-се армия, Үҙәк фронт) орудие командиры, гвардия өлкән сержант Абдуллин дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа батырлыҡ күрһәтә. 60 танк менән берлектә немец пехотаһы полк позицияларына өс тапҡыр һөжүм итә. Позияларға шулай уҡ 150 авиация бомбаһы ташлана, бер нисә йөҙ снаряд һәм мина атыла. Көсөргәнешле алыш ваҡытында Абдуллиндың орудие расчеты тура наводка менән атып 8 танкты, шул иҫәптән 3 «Тигр»ҙы һәм батальонын дошман пехотаһын юҡ итә. Һуғыш барышында үҙе снаряд ярсыҡтарынан ҡаты яралана[5].
1943 йылдың 10 июлендә Молотычи ауылы районында барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 7 авгусындағы указы менән өлкән сержант Мансур Иҙиәт улы Абдуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы Һәм Ленин ордены тапшырыла[4].
Госпитальдә дауаланғандан һуң 1944 йылдың октябрендә Абдуллин лейтенант дәрәжәһендә запасҡа сыға һәм Башҡортостанға ҡайта[4]. 1944—1945 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы партия мәктәбендә уҡый. 1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры, 1956 йылдан — Стәрлебаш районының мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй. Һуңыраҡ Абдуллин Өфөгә күсеп килә һәм 1962 йылдан 109-сы урта мәктәп директоры, ә 1976 йылдан — 2-се мәктәп-интернат директоры булып эшләй[3].
Мансур Иҙиәт Улы Абдуллин 1996 йылдың 8 июнендә Өфөлә вафат була, ҡаланың көньяҡ зыяратында ерләнгән[2][6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943).
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (07.08.1943)[7]
- Ленин ордены (07.08.1943)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[8]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (10.07.1943[9]; ?)
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (12.10.1944)[10]
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970)
Хәтер
- Өфөнең Блюхер урамындпғы 18-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Өфөнөң 2-се мәктәп-интернатына, 109-сы мәктәп музейына, Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә 1-се урта мәктәпбенә Мансур Абдуллин исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Миәкә районы.
- ↑ 1 2 3 Уфаркин Н. В. Абдуллин Мансур Иҙиәт улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ 1 2 3 Абдуллин Мансур Идиятович . Миякинский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 18 ғинуар 2017. Архивировано 19 ғинуар 2017 года.
- ↑ 1 2 3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградной лист за бои 10.7.43 г., подписан 12.7. 43 г., гв. подп. Бутко, командир 167 гв. лап . Дата обращения: 18 ғинуар 2017. Архивировано 14 апрель 2010 года.
- ↑ Жилин В. А., Греждев В. А., Кольтюков А. А. Курская битва. Хроника, факты, люди: [в 2 кн]. — М. : ОЛМА-ПРЕСС, 2003. — Кн. 1. — С. 68. — 415 с. — 5000 экз. — ISBN 5-224-04435-9.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы . «Герои страны» сайты.
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 13 декабрь 2024.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Миәкә районында тыуғандар
- 15 сентябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 8 июндә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- СССР офицерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Курск алышында ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Миәкә районы
- Советтар Союзы Геройҙары:Өфө
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары
- КПСС ағзалары
- Шәхестәр:Стәрлебаш
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниктары