Аҡ
Аҡ - төҫ
Төҫ | ||||||||||
|
Башҡорттарҙа аҡ сафлыҡ,изгелек, яҡтылыҡ образы. Аҡ һүҙе башҡорт телендә бына нисек ҡулланыла:
- Аҡһаҡал — хөрмәт ҡаҙанған ихтирамлы оло кеше
- Аҡ уй - изге уй
- Аҡ өй - ҡунаҡ өйө
- Аҡ донъя - рәхәт донъя
- Аҡ йылан - йыландар батшаһы
- Аҡ бабай - ололау һүҙе
- Аҡбәйел - яҡшы күңелле кеше
- Аҡ бәпәй итеү - баланы иркәләү, һөйөү һ.б.
Һүҙбәйләнештәр күрһәтеүенсә, аҡ һүҙе ысынлап та яҡшы тойғолар менән бәйле. Мифологияларҙа аҡ һүҙе булған заттар изге кешегә бәхет килтереүсе, уны ҡурсалаусы итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән: аҡ йылан алдына яулыҡ һалһаң ул мөгөҙөн һала. Шул мөгөҙҙө тотҡан, күргән кеше бәхетле була тип ышаныу әле лә йәшәй. Аҡ менән бәйле бик күп тыйыуҙар ҙа бар: аҡты, йәғни һөт- ҡатыҡты, түгергә, сәсергә, тапарға ярамай; аҡ йыланда, аҡҡошто үлтерергә ярамай.
Төш юрауҙарында ла "аҡ тун кейһәң һөйөнөрһөң, аҡ әйбер алһаң ҡыуанырһың" тип юрағандар.
Килеп сығышы яғынан аҡ боронғо ҡомартҡыларҙағы төрки аҡ һүҙе менән бәйле.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фирҙәүес Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы.