Томаров Василий Александрович
Василий Александрович Томаро́в (1921 йылдың 12 феврале, Жилино (Башҡортостан), Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе — 2004 йылдың 5 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәре, осоусы, подполковник (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Томаров Василий Александрович 1921 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Жилин ауылында Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә[2] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3]. Милләте урыҫ. Мәктәптең ете синыфын тамамлаған. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.
Василий Томаров хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Өфө аэроклубының инструктор-лётчик (рус.)баш. булып эшләй.[4]
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылда Ейск хәрби-диңгеҙ авиация лётчиктар училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың 27 ғинуарынан. Ленинград фронтының 13-се һауа армияһы 281-се штурм авиацияһы (рус.)баш. дивизияһы 872-се штурм авиацияһы полкында звено командиры булып хеҙмәт итә[3].
Лейтенант В. А. Томаров немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ күрһәтә. Был турала бүләкләү документтарында былай тиелә[4]:
«Үҙенең хәрби эшен башҡарыу дәүерендә лейтенант Томаров 104 хәрби осош яһай. 52 хәрби осошонда Томаров өс— алты ИЛ-2 самолеттарын төркөмөн алып барыусы сифатында атҡара. Немец илбаҫарҙары өҫтөнә лейтенант В. А. Томаров төрлө калибрлы 45 тонна бомба (рус.)баш. ташлай, 80 меңгә яҡын снаряд һәм патрон ата, һөҙөмтәлә уның тарафынан юҡ ителә: урта һәм эре калибрлы зенит артиллерияһы орудиеһы — 18, ялан артиллерияһы орудиеһы — 34, бәләкәй зенит артиллерияһы орудиеһы — 29, ут нөктәһе — 17, паровоз — 1, ғәскәр һәм йөк менән автомашиналар — 57, йөк арбаһы менән — 28, бензоцистерна — 1, аэродромдағы самолеттар — 2, һауа һуғышында бәреп төшөрөлгән — 1 ФВ-190, дзот, өйҙәр һәм блиндаж — 24, тимер юлы биналары — 2, яғыулыҡ менән келәттәре — 1, янғын усағы һәм көслө шартлауҙар — 6, 350-нән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә…».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указы менән командованиеһының (рус.)баш. хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Василий Александрович Томаровҡа Ленин ордены Һәм 7234-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Һуғыштан һуң Василий Томаров Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда Офицерҙар составын камиллаштырыуҙың юғары осоу-тактика курстарын, 1955 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1958 йылда подполковник В. А. Томаров — запаста. Өфөгә ҡайтҡас, «Башнефтезаводстрой» тресында инженер, Өфө моторҙар заводында заказсының хәрби вәкиле булып эшләй.
2004 йылдың 5 ғинуарында вафат була[3]. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (23.02.1945);
- Ленин ордены (23.02.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.04.1944);
- Александр Невский ордены (29.06.1944);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.02.1944);
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
- 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 147-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Василий Александрович Томаров исеме бирелгән[6]. Мәктәптә Герой Василий Александрович Томаров партаһы булдырылған[7];
- Өфө районының Зинин ауылындағы урам һәм Нуғай ауылындағы урта мәктәп Герой исемен йөрөтә, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3];
- Василий Томаров исеме Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 2014 йылдың 26 февраль көнөндә [https://web.archive.org/web/20140226042340/http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=6492 архивланған. 2014 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған. Постановление Правительства РБ от 29.12.2006 № 391 (ред. от 24.03.2008) «Об утверждении Реестра административно-территориальных единиц и населенных пунктов Республики Башкортостан». Архивная копия от 26 февраль 2014 на Wayback Machine] 2014 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Ғ. Һ. Булатов, И. Ғ. Кәримова. Томаров Василий Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (6 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Томаров Василий Александрович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. (рус.)
- ↑ Участники войны. Томаров Василий Александрович. 12.02.1921—05.01.2004. Сайт «Pomnimme». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Парта Героя. Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение Школа № 147 имени Томарова Василия Александровича городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официцальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2026).
- Славные сыны Башкирии Кн. 1—3 / Саитов Анатолий Емельянович. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1968. — Т. 1.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Томаров Василий Александрович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Томаров Василий Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» Музей Победы. Томаров Василий Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Томаров Василий Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).
- Музейный комплекс «Дорога памяти». Официальный сайт. Томаров Василий Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Томаров Василий Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).