Жилино (Башҡортостан)
Жилин — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә[3].
Тарихы
1992 йылда Нуғай ауыл Советының дүрт тораҡ пункты Нуғай, Жилин, Зинин һәм Кордон Өфө ҡала Советы ҡарамағына инә. 2008 йылда Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер асылыу менән улар йылдам үҫешә башлай. Бөгөн биләмәлә әүҙем төҙөлөш бара.
Халҡы
Билдәле шәхестәре
- Томаров Василий Александрович (12.02.1921—5.01.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (1955). Советтар Союзы Геройы (1945).
Инфраструктураһы
Ауылға ингән ерҙә ҙур супермаркет, дарыухана, төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары магазиндары, мебель магазины һәм башҡалар урынлашҡан.
Транспорт һәм юл
Ауыл менән Өфө ҡалаһы араһында автобус бәйләнеше булдырылған, 124, 124к, 130, 130к, 131к, 300 ҡала яны маршрут автобустары йөрөй. Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлгәндән һуң ауылдан ҡала үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ 11,7 км тәшкил итә.
Урамдарға башлыса ҡырсынташ-ҡом түшәлгән.
Урамдары
- Кесе Армия тыҡрығы;
- Ветерандар тыҡрығы;
- Генерал урамы;
- Алыҫ тыҡрығы;
- Кесе Баҡса урамы;
- Дала урамы;
- Романтиктәр урамы;
- Кесе төҙөлөш тыҡрығы;
- Фронтовиктәр урамы;
- Утар урамы;
- Киң тыҡрығы;
- Зөбәржәт урамы;
- Ғаилә урамы;
- Манежный урамы;
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ Правительства РБ от 29.12.2006 № 391 (ред. от 24.03.2008) "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН 2014 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Жилино