Михайлов Александр Яковлевич

Александр Яковлевич Миха́йлов (1921 йылдың 28 декабре, Валдай өйәҙе[d], Новгород губернаһы[d]1984 йылдың 10 ғинуары, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник (1965), йәмәғәтсе. 1970 йылдан Өфө резина-техник изделиелар заводының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Михайлов Александр Яковлевич 1921 йылдың 28 декабрендә хәҙерге Новгород өлкәһе Валдай районы Рудово ауылында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған[2].

Урта мәктәпте тамамлай. 1940 йылдан Совет Армияһында. 1941 йылда Баҡы зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай. 1941 йылдың декабренән башлап Ҡырым, Көньяҡ, Воронеж, Ялан һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә.

Өлкән лейтенант А. Я. Михайлов 1943 йылдың 25 сентябрендә Днепр йылғаһы аша кисеүҙәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. 1957 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курсын тамамлай. 244-се гвардия Ҡыҙыл Байраҡ зенит ракета полкы (Өфө) командующийы булып хеҙмәт итә. 1970 йылдан полковник Михайлов хаҡлы ялда.

Нуриман сәнәғәт районының 91-се Иглин һайлау округынан Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Өфөлә йәшәй. М. В. Фрунзе исемендәге резина техник изделиелар заводы директоры урынбаҫары булып эшләй.

1984 йылдың 10 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән[3].

Батырлығы

"1181-се зенит артиллерия полкы батареяһы командиры (5-се зенит артиллерия дивизияһы, 7-се гвардия армияһы, Дала фронты), өлкән лейтенант Михайлов, 1943 йылдың 2 октябрендә Днепр аша сығып, фашист самолёттарының һөжүмен паромдан зенит батареяһы уты менән кире ҡаға, башҡа подразделениеларға йылғаны аша сығыуҙы тәьмин итә. Бородаевка ауылы ситендәге плацдармда (Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровск районы) 4 көн дауамында совет ғәскәрҙәрҙең кисеүен ҡаплап торған дошман бомбардировщиктары төркөмдәренең һөжүмдәрен кире ҡағыуға булышлыҡ итә. Михайлов Александр Яковлевич батареяһы дошмандың 9 самолетын бәреп төшөрә[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 26 октябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Александр Яковлевич Миха́йловтың исеме Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль районының «Арлан ауылы урта (тулы) дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе» дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];

Иҫкәрмәләр

  1. Рудово (см. на карте 1871 года, на карте 1941 года) не сохранилось; ныне — территория Едровского сельского поселения в Валдайском районе Новгородской области.
  2. И.Ғ.Кәримова. Михайлов Александр Яковлевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
  3. 1 2 Герои страны/ Михайлов Александр Яковлевич
  4. Память народа Михайлов Александр Яковлевич «Подвиг» (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2026)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар