Михайлов

Михайлов — фамилия. Михаил исеменән алынған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы белдергәндә Михайлова варианты ҡулланыла.

  • Михайлов Николай Михайлович (1932—2006) — совет хәрби дирижёры. 1976 йылдан 1993 йылғаса СССР Ҡораллы Көстәренең баш хәрби дирижёры.
  • Михайлов Борис Петрович (1944) — совет хоккейсыһы, совет һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Полковник.
  • Михайлов Дмитрий Иванович (1919—2018) — хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1980), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969).
  • Михайлов Александр Яковлевич (1921—1984) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник (1965), йәмәғәтсе. 1970 йылдан Өфө резина-техник изделиелар заводының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943).
  • Михайлов Александр Фадеевич (1925 — 1944л) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).