Михайлов Александр Фадеевич
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Хәрби звание | Ҡыҙылармеец[d] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1944 (18 йәш) |
Тыуған көнө | 20 апрель 1925 |
Һуғыш/алыш | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Михайлов Александр Фадеевич (20 апрель 1925 йыл — 2 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Александр Фадеевич Михайлов [1] 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Кручинин ауылында тыуған.
Урыҫ. 7 класс тамамлай. Һуғышҡа тиклем Өфө педагогия училищеһында уҡый.
1943 йылда Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ошо уҡ йылдан хәрәкәт итеүсе армияла.
69-сы механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы (Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпус) рядовой Михайлов Александр Фадеевич Днепр йылғаһы буйындағы яуҙа батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылдың 2 ғинуарында һәләк була. Житомир өлкәһенең (Украина) Бердичев районы Осыково ауылында совет яугирҙәренең туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2][3]. 1980 йылда ҡәберҙә яугир скульптураһы ҡуйыла, уның уң яғында һәләк булған яугирҙәрҙең, шул иҫәптән Александр Михайловтың, исеме яҙылған 6 плита һалынған.
Батырлығы
«69-сы механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы (Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпус) рядовой Михайлов Александр Фадеевич, 1943 йылдың 22 сентябренә ҡарай төндә, беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға һәм подразделениегә йылға аша сығырға булышлыҡ итә. Букрин плацдармы өсөн һуғышта (Украинаның Черкасск өлкәһе Каменка районы) пулеметтан утҡа тотоп, үҙенең ротаһының һөжүменә булышлыҡ итә, 20-гә яҡын гитлерсыларҙы юҡ итеп, дошман контратакаһын кире ҡаға».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрҙәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Михайлов Александр Фадеевичкә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Хәтер
Өфө районының Кручинин ауылында, Герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943)
- "Алтын Йондоҙ"Миҙалы, Советтар Союзы Геройы (17.11.1943)[4].
- Ленин ордены (17.11.1943).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.10.1943)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 20 апреля родились... . Комментарии : LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников . Дата обращения: 16 март 2013.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/31, л. 1, 486, 487).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 2, 67, 68).
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л—О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
Һылтанмалар
- Михайлов Александр Фадеевич . «Герои страны» сайты.
- Башкирский республиканский музей боевой славы. А. Ф. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. Михайлов 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған..
- Наградной лист 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған..
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- 20 апрелдә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Украинала вафат булғандар
- Өфө районында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар