Михайлов Николай Михайлович

Михайлов Николай Михайлович (1932 йылдың 15 сентябре, Башҡорт АССР-ы2006 йылдың, Мәскәү) — совет хәрби дирижёры. 1976 йылдан 1993 йылғаса СССР Ҡораллы Көстәренең баш хәрби дирижёры[1].

Биографияһы

Николай Михайлович Михайлов 1932 йылда Башҡорт АССР-ының Таулы Уҫы ауылында тыуа. 1944 йылда — Өфөлә хәрби-музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәбендә, 1945 йылдан Мәскәүҙең Икенсе хәрби-музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәбендә уҡый. 1945 йылдың 24 июнендә фанфарасы-барабансылар батальоны составында Еңеү Парадында ҡатнаша. 1950 йылда хәрби-музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәбен тамамлай һәм Хәрби дирижёрҙар институтына уҡырға инә, уны 1954 йылда тамамлай.

1954 йылдан 1959 йылғаса Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһындағы дивизияла хеҙмәт итә.

1959—1965 йылдарҙа — Ульяновскиҙағы элемтә училищеһы дирижёры.

1965—1970 йылдарҙа — Волга буйы хәрби округының штаб оркестры начальнигы.

1970 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Хәрби-дирижёрлыҡ факультеты уҡытыусыһы була. Параллель рәүештә 1972 йылда Куйбышев педагогия университетының тарих факультетын тамамлай.

1975 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Хәрби-дирижёрлыҡ факультеты начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр (1974 йылдан — вазифаһын башҡарыусы).

1976 йылда СССР-ҙың Оборона министры бойороғо менән СССР Оборона министрлығының Хәрби-оркестр хеҙмәте начальнигы һәм СССР-ҙың Баш хәрби дирижёры итеп тәғәйенләнә. 1976 йылдан 1990 йылға тиклем Ҡыҙыл майҙанда уҙған бөтә хәрби парадтарҙа дирижёр була. Генерал-майор (1981). 1993 йылдың башында дирижёр вазифаһынан бушатыла.

Отставкаға сыҡҡас, Гнесиндар исемендәге музыкаль академияның профессоры була. Гнесиндар исемендәге Мәскәү ҡала балалар музыка мәктәбендә уҡыта, конференциялар һәм семинарҙар үткәрә, йәмәғәт ойошмалары эшендә әүҙем ҡатнаша.

2006 йылдың 22 октябрендә вафат була. Востряков зыяратында ерләнгән[2].

Наградалары

Хәтер

Мәскәү концерт тынлы оркестры һәм Бөтә Рәсәй тынлы оркестрҙар конкурсы Н. М. Михайлов исемен йөрөтә[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Николай Михайлович Михайлов. belcanto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  2. Могила Н. М. Михайлова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 27 февраль 2018 года.
  3. Архивные справочники. Михайлов Николай Михайлович. portal.rusarchives.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  4. Московский концертный духовой оркестр имени генерала Н.М. Михайлова. mikhailov-orchestra.tilda.ws. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.

Әҙәбиәт

  • Михайлов Н. М. // Корто — Октоль. — М. : Советская энциклопедия : Советский композитор, 1976. — (Энциклопедии. Словари. Справочники : Музыкальная энциклопедия : [в 6 т.]; vol. 1973—1982, вып. 3).

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә