СССР Фәндәр академияһы
СССР Фәндәр академияһы (рус. Академия наук СССР ― АН СССР) ― 1925―1991 йылдарҙа Советтар Союзының әйҙәүсе ғилми институттарын һәм ғалимдарын берләштергән СССР-ҙың юғары фәнни учреждениеһы. 1946 йылғаса СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы, артабан СССР Министрҙар Советы бойһоноуында була. 1934 йылға тиклем Ленинградта эшләй, һуңынан Мәскәүгә күсә. Совет Рәсәйе Фәндәр академияһының (1917―1925) хоҡуҡи вариҫы һәм Санкт-Петербург Фәндәр академияһы (1724―1917) вариҫы.
1991 йылдың 21 ноябрендә РСФСР Президенты Указы менән СССР Фәндәр академияһы базаһында хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы (рус. Российская академия наук — РАН) ойошторола[1].
Тарихы
Академияны финанслау 1918 йылда РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатына һәм Ғалимдарҙың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса үҙәк комиссияға йөкмәтелә.
Бығаса сағыштырмаса бойондороҡһоҙ Фәндәр академияһы өҫтөнән дәүләт һәм партия контроле урынлаштырыу ынтылыштары 1920 йылдар уртаһынан башлана.
СССР Фәндәр академияһын ойоштороу
1925 йылда Рәсәй империяһы академияһының 200 йыллыҡ юбилейы тантаналы билдәләнә. Яңы устав ҡабул ителгәнгә тиклем Фәндәр академияһы эшмәкәрлеге 1836 йылғы Уставҡа нигеҙләнә. Яңы уставты Н. И. Горбунов, Фәндәр академияһының ике вәкиле һәм союздаш республикалар вәкилдәре составында В. П. Милютин рәйеслегендәге комиссия эшләй.
СССР Фәндәр академияһы СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1925 йылдың 27 июлендәге ҡарары менән Совет Рәсәйе Фәндәр академияһы (1917—1925) (Февраль революцияһына тиклем Санкт-Петербург Император фәндәр академияһы) нигеҙендә ойошторола. Яңы устав СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан 1927 йылдың 18 июнендә раҫлана.
СССР Фәндәр академияһының беренсе президенты итеп быға тиклем Совет Рәсәйенең Фәндәр академияһы президенты вазифаһын биләгән билдәле геолог Александр Петрович Карпинский һайлана.
1928 йылдың 13 мартында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Фәндәр академияһы системаһына ингән учреждениелар исемлеген раҫлай: һигеҙ институт, ете музей, Пушкин йорто, 12 комиссия, өс лаборатория, китапхана, архив, нәшриәт.
1930 йылдың февраль — мартында СССР Фәндәр академияһының яңы устав проекты әҙерләнә. Ул академияның 31 мартта асылған сираттағы сессияһында тикшерелә һәм хуплана, 4 апрелдә устав тулыһынса ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта академияның 1931—1932 йылдарға беренсе эш планы раҫлана.
1930 йылда ил Хөкүмәтен үҙгәртеп ҡороу менән бәйле Фәндәр академияһы, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағына тапшырылып, уның Ғалимдар һәм уҡыу йорттары менән менән идара итеү буйынса комитетына бойһондорола.
СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1933 йылдың 14 декабрендәге Ҡарары менән Фәндәр академияһы СССР Халыҡ Комиссарҙары Советына бирелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ президента РСФСР от 21 ноября 1991 г. № 228 «Об организации Российской академии наук». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2016. Архивировано 10 ноябрь 2021 года.