Гудков Георгий Фёдорович
Гудков Георгий Фёдорович (1916 йылдың 8 ғинуары, Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1995 йылдың 24 декабре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет инженеры-төҙөүсеһе һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995)[1].
Биографияһы
Георгий Гудков 1916 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә тыуған. 1941 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].
1947–1951 һәм 1958–1970 йылдарҙа төҙөлөш ойошмаларында, 1951–1958 һәм 1970–1975 йылдарҙа Өфө уҡыу йорттарында эшләгән[2].
1965 йылдан тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнгән, 1966 йылдың мартынан ваҡытлы матбуғатта тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған мәҡәләләр баҫтырған[2]. Гудковтың 1966 йылдың 14 июлендә «Советская Башкирия» гәзитендә баҫылған Благоев урамындағы Аксаков йорто тураһында мәҡәләһе бинаны емерелеүҙән һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 1970-се йылдарҙа ул йортто һаҡлау эшендә яңынан ҡатнашҡан[2].
1981 йылдан Георгий Гудков менән бергә тыуған яҡты өйрәнеү эшенә ҡатыны Зинаида Ивановна Гудкова ҡушылған. Ирле-ҡатынлы Гудковтар тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, шул иҫәптән Көньяҡ Урал тау-завод сәнәғәте тарихы буйынса, 150-нән ашыу хеҙмәт авторҙары булған һәм С. Т. Аксаков йорт-музейын ойоштороуҙа ҡатнашҡан[1].
1991 йылда Георгий һәм Зинаида Гудковтар Өфө ҡала халыҡ депутаттары советы ҡарамағындағы ҡала төҙөлөшө, ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм топонимика мәсьәләләре буйынса тыуған яҡты өйрәнеү комиссияһы составына индерелгән[2].
Георгий Гудков 1995 йылдың 24 декабрендә Өфөлә вафат булған[1].
Хеҙмәттәре
Георгий Гудковтың төп хеҙмәттәре Зинаида Гудкова менән авторҙашлыҡта яҙылған.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. С. Т. Аксаков : краеведческие очерки. — Уфа : Башкнигоиздат, 1981.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII–XIX веков : историко-краеведческие очерки : в 2 ч. — Уфа, 1985–1993.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Незаконченная повесть С. Т. Аксакова «Наташа» : историко-краеведческий комментарий. — Уфа, 1988.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. С. Т. Аксаков. Семья и окружение : краеведческие очерки. — Уфа, 1991.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Усадьба Аксаковых в Голубиной слободке. — Уфа, 1995.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Краеведение. Теория и практика. — Уфа, 1995.
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Предприниматели Южного Урала. — Уфа, 2003.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Гудковы // Башкирская энциклопедия.
- Гудков Георгий Федорович // Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан.
- Георгиевский приход (село Ветошниково, Уфимский район Республики Башкортостан) // Православные лики России. Архивная копия.