Ғабдуллин Наил Талха улы
Ғабдуллин Наил Талха улы (рус. Наиль Талхович Габдуллин; 1946 йылдың 10 декабре, Байым, Башҡорт АССР-ы) — табип оториноларинголог-фониатр. Юғары категориялы табип[1]. Медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Наил Талха улы Ғабдуллин 1946 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған.
1970 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ЛОР бүлеге ординаторы булып башлай.
1975 йылда Мәскәү ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау фәнни-тикшеренеү институтында курстар үткәндән һуң, РКБ-ла фониатрия хеҙмәтен етәкләй. Пациенттарының профессияһының үҙенсәлеген аңлау өсөн Өфө сәнғәт училищеһын, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[2].
Аспирантура тамамалап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының оториноларингология кафедраһына ассистент итеп саҡырыла. 1994 йылда, кафедра доценты булараҡ, БДМУ ҡарамағында диплом алғандан һуң белем алыу институтында оториноларингологтарҙың белемен камиллаштырыу курстарын етәкләй.
2000—2001 йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
2001—2011 йылдарҙа «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының баш табибы була.
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының табиб-фониаторы, шулай уҡ тауыш аппараты ағзалары сирлеләргә консультация ярҙамы күрһәтә, бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында буласаҡ йырсыларҙы һәм актерҙарҙы ҡабул итә.
2025 йылдың 25 июнендә Өфө ҡалаһының почётлы гражданы исеме бирелә[3].
Эшмәкәрлек йүнәлештәре
Ауыр лор-сирлеләргә операциялар эшләү, тамаҡтың һәм ҡурылдайҙың өҫкө бүлектәренең паралитик, йөйлө стенозы пациенттарға хирургик реабилатация, тамаҡ шештәрен алыу.
Фәнни эшмәкәрлеге
Оториноларинтология (рус.)баш. һәм шифахана-курорт дауалауының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса 150-нән ашыу фәнни мәҡәлә авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Габдуллин Наиль Талхович. Сайт УГИИ им.З. Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2025.
- ↑ Габдуллин Наиль Талхович. Центр пластической хирургии и ортопедии Эндомед. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Габдуллину Н. Т. Официальный сайт совета ГО г. Уфа (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
Һылтанмалар
- Габдуллин Наиль Талхович. Официальный сайт совета ГО г. Уфа (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
- Ляйсан Закирова. Врач-фониатор Наиль Габдуллин пополнил список почетных граждан Уфы. ИА "Башинформ" (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
- Габдуллин Наиль Талхович. Сайт УГИИ им.З. Исмагилова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2025.
- Габдуллин Наиль Талхович. Центр пластической хирургии и ортопедии
Эндомед. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2025.