Ғабдуллин
Ғабдуллин — фамилия. Ғабдуллина вариантында ҡатын-ҡыҙ фамилияһы барлыҡҡа килә.
- Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы (1940 й.т.) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Ғабдуллин Наил Талха улы (1946 й.т.) — табип оториноларинголог-фониатр. Медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).