Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы
Светлана Фәрит ҡыҙы Хәкимова (рус. Хакимова, Светлана Фаритовна; 1963 йылдың 26 июне, Иҫке Сәпәш, Әлшәй районы, Башҡортостан Республикаhы, СССР) — Рәсәй театр актёры, 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
Биографияһы
1963 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылында тыуған. 1-се Раевка урта мәктәбен тамамлағас, Башҡортостан республика мәҙәни-мғрифәтселек училищеһында уҡый. 1983 йылдан Раевка ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда эшләй[1].
1991 йылда хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай һәм хеҙмәтен ошо ижади коллективта дауам итә[2]. Амплуаһы — лирик-комик геройҙар.
Театр эшмәкәрлегенән тыш, Йырсы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары һәм башҡорт, татар композиторҙары (С. А. Низаметдинов, С.Ғ. Садыҡова, Р. М. Хәсәнов) әҫәрҙәре бар[3]. «Актёр йыры» конкурсы лауреаты[1].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи;
- Сәрби — «Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш;
- Ҡарлуғас — «Ҡарлуғас», Б. Бикбай;
- Ләлә — «Аҫылйәр», М. Фәйзи;
- Һандуғас — «Тиле йәшлек», И. Абдуллин (дебют, 1991);
- Сәрүәр — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
- Әлфиә — «…Шайморатов-генерал», Ф. Бүләков;
- Хәлимә — «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», Ф. Бүләков;
- Алтынай — «Өҙөлгән туй», З. Атнабаева;
- Негина — «Аҡ ҡанатлы хыялым», А. Н. Островскийҙың «Таланты и поклонники» пьесаһы буйынса;
- Миләүшә — «Айгөл иле», М. Кәрим;
- Көнбикә — «Аҡъял батыр», З. Вәлитов;
- Аҡйондоҙ — «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», М. Кәрим;
- Донна Паскуа — «Кьоджалағы ғауға», К. Гольдони;
- Ынйыбикә — «Эх, кәләше лә, кәләше!», Х. Зарипов;
- Сәлихә — «Көҙән башҡорто», Н. Асанбаев;
- Әсәй — «Артур + Нэнси», А. Дилмөхәмәтова;
- Мәрйәм — «Февраль. Буран...», З. Бураҡаева;
- Альбина — «Бәхет хаҡы», Х. Мөҙәрисова;
- Бикәй — «Аҡ пароход», С. Айытматов;
- Баҙыян — «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға», Т. Ғәрипова;
- Гөлфинә — «Мин — ҡатын-ҡыҙ», Т. Миңнуллин;
- Гөлшат — «Ике төш», М. Багаев;
- 3-сө Мысыр ҡатыны — «Йософ менән Зөләйха», Ҡол Ғәли;
- Мәрйәм Иршат ҡыҙы — «Мин һинең ҡәйнәң булам», С. Белов;
- Ғәйшә — «Баллы, тирәкле Балтирәк», А. Ишбулдин;
- Элена — «Иң бәхетле төн», А. Касона;
- Бүртә — «Сыңғыҙхандың аҡ болото», С. Айытматов;
- Туҡтабикә — «Ҡыҙ урлау», М. Кәрим;
- Аҡйондоҙ — «Күңел моңдары», Д. Ҡасимов;
- Рәйсә Ильяс ҡыҙы — «Йәш ғаилә фатир эҙләй», М. Рощин;
- Елена — «Балам», В. Емелева;
- Шәмсиә — «Ҡоҙаса», Б. Бикбай, З. Исмәғилев;
- Ямал — «Еҙнәкәй», Х. Ибраһимов;
- Зөһрә Фәрит ҡыҙы — «Йырланмаған йырым һин...», В. Исхаҡов.
Ғаиләһе
Тормошта. Улы — Рәмис Хәмиз улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2025), М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетары музыканты[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хакимова Светлана Фаритовна. okraevka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Хакимова Светлана Фаритовна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Актриса Светлана Хакимова представит сольную программу «Песней выражаю душу». ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Хакимов Рамис Хамизович. bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
Һылтанмалар
- Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2021)
- Статья в Башкирской энциклопедии (архивная копия)
- Светлана Хакимова на портале «Культурный мир Башкортостана»
- Актриса Светлана Хакимова даст концерт в Уфе
- «Автограф» — Народная артистка Республики Башкортостан Светлана Хакимова
Творческий вечер Светланы Хакимовой в ГКЗ «Башкортостан»